Йәнтөйәк
+30 °С
Болотло
Антитеррор
Общие статьи
16 Июль 2021, 07:46

Ауыр хәлдә ҡалғандар мәнфәғәтендә

Пенсия фонды яңы пособиеларға ғаризалар ҡабул итеүҙе дауам итә

Ауыр хәлдә ҡалғандар мәнфәғәтендәАуыр хәлдә ҡалғандар мәнфәғәтендә
Ауыр хәлдә ҡалғандар мәнфәғәтендә

– Граждандарҙың социаль яҡтан аҙ яҡланған ике категорияһы айлыҡ социаль түләүҙәргә хоҡуҡлы, – тине Башҡортостан Республи­каһы Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай Рәйесе Константин Толкачев. – Ундайҙар иҫәбенә ауыр финанс хәлен­дә ҡалған һәм алдан уҡ иҫәпкә торған йөклө ҡатын­дар, шулай уҡ 8 йәштән 17 йәшкә тиклемге балаһы булған, аҙ тәьмин ителгән яңғыҙ әсәләр йәки атайҙар инә.Мәғлүм булыуынса, республикала йөклө ҡатындар өсөн пособие күләме эшкә һәләтле халыҡтың төбәк йәшәү минимумы дәүмәле­нең 50 процентын, йәғни 5320,5 һум тәшкил итә. Ошо сумма сабый тыуғанға тиклем ай һайын түләнә. Аҙ тәьмин ителгән яңғыҙ әсәгә йәки атайға пособие бала өсөн билдәләнгән йәшәү миниму­мы­ның 50 процентына – 5038,5 һумға тиң. Пособие һәр балаға ай һайын 17 йәш тулғанға тиклем түләнә. Пособиены алыу өсөн Пенсия фондына ғариза яҙыу шарт. Шул уҡ ваҡытта яңғыҙ атайға йәки әсәйгә ул бер йылға тәғә­йен­ләнә. Бер финанс йылында ғаиләлә хәл яҡшыр­маһа, түләүҙе, ғариза яҙып, йәнә бер йылға (балаға 17 йәш тулғанса) оҙайтырға мөмкин. Ғариза дәүләт хеҙмәттәре порталы аша арауыҡта һәм Пенсия фондының территориаль бүлексәләрендә туранан-тура ҡабул ителә. 

- Эльвира ЛАТИПОВА,Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайҙың матбуғат үҙәге кәңәшсеһе. 

Сығанаҡ: https://bashgazet.ru/articles/sotsial-m-s-l/2021-07-16/auyr-h-ld-al-andar-m-nf-tend-2423444

Ауыр хәлдә ҡалғандар мәнфәғәтендә
Ауыр хәлдә ҡалғандар мәнфәғәтендә
Автор:
Читайте нас