Районыбыҙ көндән-көн матурлана, төрлө объекттар төҙөлә, яңы магазиндар асыла. Иң мөһиме, халыҡ өсөн яңы эш урындары барлыҡҡа килә.
Үҙебеҙҙең район эшҡыуарҙары төбәгебеҙ үҫешенә ҙур өлөш индерә. Мәҫәлән, Илдус Шәйбәков күптән түгел хәләл ризыҡтарға йүнәлтелгән көндәлек тауарҙар магазинын асты. “Эш менән тәьмин итеүгә ярҙам итеү” федераль проектының “Демография” милли проекты сиктәрендә үҙ ойошмаларында эшкә урынлаштырыу мөмкинлегенән дә файҙаланды Илдус Ғабдинур улы.
Лариса Вәлиәхмәтова ярты йылдан артыҡ Халыҡты эш менән тәьмин итеү үҙәгендә иҫәптә торған һәм үҙенең эшкә урынлаша алыуына ул бик шат. Ә эшҡыуарға килгәндә, ул федераль проект сиктәрендә эшһеҙҙәрҙе эшкә урынлаштырған өсөн субсидия алыу мөмкинлегенә эйә. Бындай өҫтәмә саралар халыҡты эш менән тәьмин итеүгә ярҙам итеү йөҙөнән ҡаралған.
Иҫке Балтас ауылының “Уфимский” магазины ҡыҫҡа ваҡыт эсендә халыҡ араһында абруй ҡаҙанды. Үҙҙәренең даими һатып алыусылары ла барлыҡҡа килде. Тауарҙарҙың үтемле булыуы, халыҡ күпләп йөрөүе һатыусыларҙан да тора. Индира Зыятова һәм Лариса Вәлиәхмәтова һатып алыусыларҙы яҡты йөҙ менән ҡаршы алып, кәрәкле тауарҙы һайлашып, йылмайып оҙатып ҡала. Улар һайлаған һөнәрҙәренә күңел йылыһын һала.
Был турала тулыраҡ “Йәнтөйәк” гәзитенең 14-се һанында уҡый алаһығыҙ.