Лагерҙа икенсе сменаны асыу тантаналы линейканан башланды. Диджей ҡуйған дәртле музыка аҫтында икенсе смена тантанаға йыйыла. Биш отряд та сараға махсус әҙерләнеп килгән. Һәр ҡайһыһының исеме, девизы һәм йыры бар. Пандемияға бәйле балаларға йәйге лагерь биләмәһенән ситкә сығыу тыйылған. Шуға ла 21 көн дауамында улар вожатыйҙар ҡулында ҡала.
Ял итергә килеүселәрҙе район хакимиәте башлығы Антон Талалов, уның урынбаҫары Альберт Басыров, мәғариф идаралығы начальнигы Ирина Иҡсанова, “Вояж” туризм, экология һәм ял үҙәге директоры Елена Зотова сәләмләне. Етәкселәр балаларға — күңелле ял итеп, яңы көс йыйып, ыңғай тәьҫораттар алып ҡайтыуҙарын, ә тәрбиәсе һәм вожатыйҙарға уңышлы эш теләне.