Балтас районы Асау ауылында Танып йылғаһы буйында мәҙәниәт йорто һәм китапхана хеҙмәткәрҙәре берлектә «Иван Купала» байрамын үткәрҙе.
Ҡатнашыусылар төрлө үләндәрҙән һәм сәскәләрҙән таҡыялар үреп, элеп сыҡты. Байрамға килеүселәр бик теләп төрлө уйындарҙа ҡатнашты: усаҡ аша һикерҙе, әйлән-бәйлән уйнаны, йомаҡтар систе, мәҡәлдәр әйтте. Сарала ҡатнашыусыларҙың барыһы ла күңелле спорт эстафеталарында ярышып, татлы приздар алды. Байрамдан һуң барыһы ла күтәренке кәйеф һәм дәрт менән таралышты.