Бөгөн улар ғына йәш быуынға һуғыштың нисек һәм ни өсөн барғанын һөйләй ала. Шундай яугирҙарҙың береһе — Рәсәй Афған ветерандары союзының Бөрө бүлеге рәйесе Рәмис Раянов.
— Рәмис Тимерйән улы, ни өсөн 1 июль һайланған? Был берәй нимә менән бәйлеме?
— Баштараҡ был көндө бер ниндәй ваҡиға менән дә бәйләргә тигән маҡсат ҡуйылмағайны. Иҫтәлекле көндәр күп. 1945 йылдағы Еңеүҙән һуң Афғанстанда һәм Чечен ерендә, Латин Америкаһында, Азия һәм Африкала 30-ҙан ашыу локаль хәрби бәрелештәр булған. Шуның өсөн был дата Еңеү көнө кеүек һағышлы, күҙ йәштәре аша билдәләнә, ул нейтраль һайланған.
Хәрби хәрәкәттәр ветераны статусы 1995 йылда закон тарафынан билдәләнгән. Улар — ашығыс хеҙмәт үтеүсе хәрбиҙәр, контракт буйынса хеҙмәт итеүселәр, Эске эштәр министрлығы, Федераль хәүефһеҙлек хеҙмәте, башҡа көс структуралары хеҙмәткәрҙәре һәм башҡа граждандар. Бындай статусҡа эйә булғандар арта ғына бара. Беҙ бынан ҡасып ҡотола алмайбыҙ. Башҡаса юл менән донъяла тыныслыҡ урынлаштырып булмай. Беҙ был датаны Бөрө ҡалаһында дүрт йыл элек — Афғанстандан совет ғәскәрҙәрен сығарыуҙың 30 йыллығында билдәләй башланыҡ. Был көн ҡулына ҡорал тотоп Ватанын һаҡлаған һәм ауыр һынауҙар үткәндәргә сикһеҙ хөрмәтте күрһәтә. Был исемлектә Бөрөнән 107 афғансы, 300 тирәһе Чечен ерендә хәрби хәрәкәттәрҙә ҡатнашҡан ир-егет бар.
— Хәрби хәрәкәттәр ветерандары араһында нәҡ афғансылар әүҙемлек күрһәтә. Был нимәгә бәйле?
— Беҙ — комсомол быуыны һәм ҡөҙрәтле Советтар Союзында йәшәнек. Беҙ үҙебеҙсә сыныҡтыҡ. Ә егеттәр Чечен Республикаһында 90-сы йылдарҙа һуғышты. Был бик ауыр, перспективаһыҙ ваҡыттар ине. Яҙмыш уларҙы бер аҙ һындырҙы...
— Һеҙҙең Афған ерендәге хәрби бәрелештәрҙә ҡатнашҡан яҡташтарығыҙ тураһында китап сығарырға тигән планығыҙ бар икән. Әлегә ниндәй эштәр башҡарылған?
— Әлеге ваҡытта базала 200-ҙән ашыу кеше тураһында мәғлүмәт тупланған. Бөрөнән һәм республиканың башҡа район-ҡалаларынан хеҙмәткә саҡырылғандар, хәрби хәрәкәттәр ветераны статусына эйә ҡала һәм район кешеләре тураһында мәғлүмәт йыйыла. Бөрө халҡы был эштә ярҙам итер, тип өмөтләнәбеҙ. Социаль селтәрҙәрҙә лә эҙләнеү эше алып барабыҙ. Мәғлүмәт йыйыу 1 октябрҙә тамамланасаҡ һәм алынған мәғлүмәттәрҙе эшкәртеү башланасаҡ. Хәтер китабын совет ғәскәрҙәрен Афғанстандан сығарыуҙың 35 йыллығына бағышлап сығарырға уйлайбыҙ.
— Яуаптарығыҙ өсөн рәхмәт.
Степан Чиглинцев фотоһы.