Майҙансыҡ тирәһе уратып алынған. Унда бәүелсәктәр, карусель, таған, таусыҡ, спорт менән шөғөлләнеү өсөн яйланмалар бар. Ауыл халҡының олоһо ла, кесеһе лә майҙансыҡты тантаналы асыуға йыйылды.
Вострецов ауылы халҡын, балаларҙы шатлыҡлы ваҡиға менән ҡотларға район Советы секретары Илшат Камалов килгәйне. Майҙансыҡтың балаларға тик ҡыуаныстар ғына килтереүен теләне ул.
Вострецов ауыл биләмәһе башлығы Мөнәүәр Зарипов та шатлығын еткерҙе.
— Ауылыбыҙ, ғөмүмән, ауыл биләмәһе төҙөкләнә бара: күптән түгел пляж асылды, ғибәҙәтхана төҙөлә, юлдар төҙөкләндерелә. Заман талаптарына тура килеүсе балалар уйын майҙансығының төҙөлөүе — көтөп алынған, шатлыҡлы ваҡиға. Артабан был ял итеү урынының тирә-яғын төҙөкләндереү, ағастар ултыртыу планлаштырыла, — тине ул сығышында.
Әлеге ваҡиғаның тамашасылары балалар ғына түгел, ата-әсәләр, әбей-бабайҙар ҙа булды. Яңы майҙансыҡҡа барыһы ла һөйөндө.
— Беҙҙең ауылда шундай майҙансыҡ барлыҡҡа килеүенә беҙ бик шат. Хәҙер балалар асыҡ һауала спорт менән шөғөлләнә һәм уйнай ала, — тип үҙҙәренең тәьҫораттары менән уртаҡлашты ололар.
Майҙансыҡты төҙөү эштәрен башҡарған “Сатурн” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте коллективына рәхмәт һүҙҙәре яңғыраны. Тантанала ҡатнашыусыларҙың көслө алҡыштары аҫтында йәмғиәттең мастерына Вострецов ауыл биләмәһенең Рәхмәт хаты тапшырылды.
Ҡыҙыл таҫманы киҫеүҙе лә сараның төп ҡунаҡтары — балалар башҡарҙы. Артабан ҡыҙ һәм малайҙар шау-гөр килеп эскә үтте һәм уйынға бирелде. Яңы майҙансыҡ балалар тауышына күмелде. Кес кенә вострецовтар өсөн сараны ойоштороусылар күңелле конкурстар һәм уйындар әҙерләгәйне. Был майҙансыҡ ауыл балалары өсөн генә түгел, ә өләсәй-олатайҙарына ҡунаҡҡа, каникулға ҡайтҡандарға ла ысын бүләк булды.