Йәнтөйәк
+30 °С
Облачно
Антитеррор
Общие статьи
1 Июля 2021, 07:03

Яҡын кешеләр менән бергә

Ҡариҙел ауылының “Прибрежный” паркында “Ғаилә” район-ара үҙәге хеҙмәткәрҙәре балалар өсөн ғаилә ялы ойошторҙо. Улар бик сағыу һәм иҫтә ҡалырлыҡ программа әҙерләгәйне.

Сарала күңел асырға теләгән һәр кем ҡатнашты. Байрам дәртле флешмоб менән асылды. Унан һуң балалар ике командаға бүленде һәм капитандар һайланды. Малайҙар һәм ҡыҙҙар “Етеҙ футболсы”, “Кем иң оҫтаһы”, “Мин иң шәп артист”, “Күтәрелеү” һәм башҡа күңелле конкурстарҙа ихлас ҡатнашты, викторина һорауҙарына еңел яуап бирҙе. Бынан тыш ус менән һүрәт төшөрөү буйынса оҫталыҡ дәресе үткәрелде. Бәләкәстәр үҙҙәренең күңелде тулҡынландырғыс, якты һәм позитив эштәре менән атай-әсәйҙәрен ҡыуандырҙы.
Социаль-психологик ярҙам үҙәге белгестәре байрам ҡунаҡтарына үҫмерҙәр араһында наркоманияны профилактикалау буйынса мәғлүмәт буклеттары таратты.
Сара һуңында конкурстарҙа ҡатнашыусылар тәм-томдар, һуттар менән һыйланды. Атай-әсәйҙәрҙең һәм балаларҙың бергә үткәргән минуттары бик ҡәҙерле, шуға ла “Ғаилә ялы” кеүек саралар айырыуса мөһим.

Люция Карамова.
Автор:Зимфира Нартдинова
Читайте нас