Йәнтөйәк
+30 °С
Облачно
Антитеррор
Общие статьи
29 Июня 2021, 09:40

Иҫтәрендә оҙаҡҡа ҡалыр

Ҡариҙелдәге “Айдос” балалар һауыҡтырыу лагерының беренсе сменаһы тамамланды

Бында өс аҙна буйына 40 бала сәләмәтлеген нығытты. Уларҙың ялы ҡыҙыҡлы һәм файҙалы, хәүеф-хәтәрһеҙ булһын өсөн бирелә барыһы ла эшләнгән. Һаубуллашыу көнөндә тәрбиәселәр, вожатыйҙар һәм ата-әсәләр тантаналы линейкаға йыйылды. Балалар алдында район хакимиәте башлығы урынбаҫары Рәмил Вәлинуров, мәғариф бүлеге начальнигы Зилә Нәжметдинова сығыш яһаны. Улар балаларға йылы һүҙҙәрен, теләктәрен еткерҙе. Малайҙар һәм ҡыҙҙар килгән ҡунаҡтарға йыр-бейеү бүләк итте.
Балаларҙың йөҙҙәре шат, тимәк, улар лагерҙа ял итеүҙәренән ҡәнәғәт, һуңынан иҫкә алып һөйләрлек, күңелле ял иткәндәр. Ҡыҫҡа ғына ваҡыт эсендә бер-береһенә шул ҡәҙәр эйәләшкәндәр, шуға ла хушлашыу минуттары еткәс, дуҫтары менән айырылышыу еңел булманы.
Люция Карамова.
Автор фотолары.
Автор:Ильсияр Махатова
Читайте нас