Лилиә сығышы менән Балтас районынан. Тыуған ауылы Шауъяҙыла урта мәктәпте тамамлағандан һуң, БДУ-ның Бөрө филиалына филология һәм мәҙәниәт-ара коммуникациялар факультетына уҡырға инә. Был һөнәрҙе һайларға милләте буйынса башҡорт булған һәм уҡытыусы булып эшләгән әсәһе ярҙам итә. Атаһы ла ҡыҙының теләген хуплай. Ғаиләлә татар телендә һөйләшһәләр ҙә, башҡорт телен яҡшы беләләр. Мәктәптә лә Лилиә башҡорт телен теләп өйрәнә.
“Башҡорт теле һәм әҙәбиәте”, “рус теле” йүнәлеше буйынса биш йыл уҡыу тиҙ уҙа. Һуңғы ике йылда Лилиә ситтән тороп белем ала. Фәнни-тикшеренеү конференцияларында ҡатнаша, Бөрө ҡала Мәҙәниәт һарайы эргәһендәге “Өмөт” милли клубында шөғөлләнә. Дөйөм ятаҡта йәшәгәс, дуҫ ҡыҙҙары күп була. Шулар иҫәбендә милләте буйынса башҡорт Илүзә лә бар. Уның менән бер курста уҡыйҙар, бер-береһенә кәрәк саҡта ярҙам итәләр, кәңәш бирәләр.
Яҙмыш ҡушыуы буйынса Лилиә тыуған ауылына ҡайта һәм мәктәптә рус теленән уҡыта башлай, һуңыраҡ сәләмәтлеге буйынса мөмкинлектәре сикле 3-сө класс уҡыусыһы менән өйҙә шөғөлләнә башлай. Алған белеме ярҙамға килә, кәрәк булһа, өҫтәмә әҙәбиәт уҡырға ла мөмкин.
Әлеге ваҡытта Лилиә башҡорт телендә “Ноғман Мусин прозаһында экологик ҡараш” темаһы буйынса диплом эшен яҡларға әҙерләнә.
— Ноғман Мусин — башҡорт халыҡ яҙыусыһы һәм шағиры, 1991 йылда Салауат Юлаев исемендәге премияға лайыҡ булған. Уның ижадында тәбиғәт һәм унда кешенең роле темаһы ярылып ята, — тип һөйләй Лилиә. — Тәбиғәтте, урмандарҙы яҡлаусы булараҡ, яҙыусы үҙенең әҫәрҙәрендә, хикәйәләрендә, повестарында һәм романдарында тәбиғәт байлыҡтарын белеп ҡулланыу һәм һаҡлау өсөн сығыш яһай. Ул әле “экология” һүҙе ҡулланыла ла башламаған ваҡытта беренселәрҙән булып ошо теманы күтәреп сыға. “Мәңгелек урман” дилогияһында урман байлыҡтарын һөҙөмтәле ҡулланыу һәм “йәшел ҡалҡан”ды планлы тергеҙеү проблемаһын ҡуя. Башҡорт прозаһында бындай формалағы роман быға тиклем булмаған тиергә мөмкин. Ноғман Мусиндың ауылдар, уларҙың кешеләре киләсәге тураһында яҙған әҫәрҙәре лә бар.
Лилиә Ғәйниәхмәтова үҙенең ауылын бик ярата. Ул эшләгән мәктәптә балалар һаны 50 тирәһе генә. Ауылда эшһеҙлек проблемаһы бар. Шулай ҙа ауыл йәшәй, кешеләре замана ауырлыҡтарына бирешмәй.
— Беҙ, йәштәр, тыуған ауылыбыҙҙы күтәрергә тейеш. Яҙыусы Ноғман Мусин һәм уның төп геройы өсөн тыуған яҡ кешеләргә иң ауыр ваҡыттарҙа ла һынмаҫҡа, һығылмаҫҡа көс биреүсе бер мөғжизә кеүек. Ул Зәңгәр тауҙа аҡ болан йәшәгәненә ныҡлап ышана. Нәҡ шунда мөхәббәт хистәре тыуа, хыялдар һәм яҡты киләсәккә өмөттәр тормошҡа аша, — ти Лилиә.