Йәнтөйәк
+30 °С
Болотло
Антитеррор
Общие статьи
26 Июнь 2021, 05:00

Ҡылғандары бары изгелек

Бар ғүмерен медицинаға бағышлаған Сәбиха Мостафинаның эш стажы — 34 йыл.

Медицина хеҙмәткәрҙәре үҙҙәренең һөнәри байрамын билдәләне. Ошо уңайҙан ғүмерен ауыр һәм яуаплы эшкә бағышлап, фиҙаҡәр хеҙмәт юлы үтеп, бөгөн хаҡлы ялда булған Сәбиха Нәжметдин ҡыҙы Мостафина тураһында яҙып үткем килә.
Сәбиха Нәжметдин ҡыҙы Бабичева 1945 йылдың 4 июлендә Мишкә районының Ҡыйғаҙытамаҡ ауылында һигеҙ баланың бишенсеһе булып донъяға килә. Ата-әсәһе барыһына ла матур тәрбиә биреп, уҡытып, һөнәр һайларға ярҙам итә. Үкенескә күрә, бөгөн һигеҙ баланан бишәүһе генә иҫән. Ағалары Фәдис Мәскәү ҡалаһының художество институтын тамамлап, ғүмер буйы рәссам булып эшләй. Әминә апаһы Өфө ҡалаһы дауаханаһында кардиология бүлегендә хаҡлы ялға сыҡҡансы шәфҡәт туташы булып хеҙмәт итә. Һеңлеһе Нәфирә һәм ҡустыһы Нәғим сәнғәт юлын һайлаған. Нәфирә Бабичева-Иҡсанова Башҡортостандың атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре, Мишкә районының почетлы гражданы, «Мираҫ» йыр һәм бейеү фольклор ансамбленең художество етәксеһе. Нәғим Бабичев Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, виртуоз-гармунсы.
Сәбиха Нәжметдин ҡыҙы Ҡыйғаҙытамаҡ ауылында һигеҙ класты тамамлағас, 1962 йылда Салауат ҡалаһына медицина училищеһына уҡырға инә. Фельдшерҙар төркөмөндә дүрт йыл белем ала. Уҡыу йылдарында үҙен тик яҡшы яҡтан ғына күрһәтә. Саңғы, йүгереү ярыштарында училище исеменән сығыш яһай, төрлө сараларҙа ла әүҙем ҡатнаша.
— Беҙ хәрби фельдшерҙар әҙерләү төркөмөндә белем алдыҡ. Уҡыу йортон тамамлаған белгестәрҙе хәрби хеҙмәткә ебәрәләр ине. Дүртенсе курсты тамамлағанда был төркөмдө бөтөрҙөләр. Беҙҙе юлламалар буйынса райондарға эшкә ебәрҙеләр, — ти Сәбиха Нәжметдин ҡыҙы.
1966 йылда Сәбиха Мостафина уҡыу йортон уңышлы тамамлап, тыуған яғына эшкә ҡайта. Хеҙмәт юлын ул Иштебай фельдшерлыҡ пунктында башлай. Ике йылдан үҙенең ауылдашы Мөхәммәт Тимерғәле улы Мостафин менән ғаилә ҡора.
Тормош иптәше автоюлдар техникумын тамамлаған. Уны Кесе Нәкәрәк ауылына баш механик итеп эшкә ебәрәләр. Сәбиха апай ҙа иптәше менән китә һәм Кесе Нәкәрәк фельдшерлыҡ пунктында хеҙмәт юлын дауам итә. 1970 йылда ғаиләгә йәм өҫтәп, ҡыҙҙары Эмма тыуа. 1972 йылда ҡыҙҙарына иптәш булып, улдары Салауат донъяға килә. Декрет ялынан һуң ғаилә район үҙәгенә күсенә. 1974 йылда район дауаханаһынан уны дерматология буйынса курстарға ебәрәләр. 1974 йылдан хаҡлы ялға сыҡҡансы дерматология кабинетының шәфҡәт туташы булып эшләй. Табип булмағанға күрә, бар эште ул үҙе башҡара. Үҙенең бурыстарына намыҫ менән ҡарай. Тиҙ арала хеҙмәттәштәре һәм пациенттары араһында хөрмәт яулай.
Сәбиха Мостафинаның эш стажы — 34 йыл. Бар ғүмерен медицинаға бағышлаған юғары квалификациялы хеҙмәткәр ул. 55 йәше тулыу менән хаҡлы ялға китә. Әммә пациенттары һаман да уны онотмай, кәңәш һорап өйгә килә. Был, әлбиттә, уның эшенә ҙур баһа. Сәбиха Нәжметдин ҡыҙының фиҙаҡәр хеҙмәте лайыҡлы баһалана. Ул “Хеҙмәт ветераны”, “Башҡортостан Республикаһының һаулыҡ һаҡлау отличнигы” исемдәрен лайыҡлы йөрөтә.
— Эшемде яратып башҡарҙым. Әлбиттә, эшләгән йылдар һағындыра. Ни тиһәң дә, 34 йыл аҙ ғүмер түгел. Хеҙмәттәштәрем Алевтина Мәжитова, Фәнүзә Абзалтдинова менән һаман да дуҫлығыбыҙҙы өҙмәйбеҙ. Бер-беребеҙҙең хәлен белешеп, ярҙам итеп йәшәйбеҙ, — ти Сәбиха Мостафина хәтирәләргә бирелеп.
Хәләл ефете Мөхәммәт Тимерғәле улы дәүләт автоинспекцияһы, ДОСАФ начальнигы булып эшләй. Район үҫеше өсөн икеһе лә тос өлөш индергән кешеләр улар. Үҙ көстәре менән ҙур йорт һалып инәләр, мал тоторға, баҡса үҫтерергә лә ваҡыт табалар. Балаларына юғары белем алырға ярҙам итеп, оло тормош юлына сығаралар. Бөгөн һәр береһенең үҙ ғаиләһе бар. Ҡыҙҙары Эмма тормош иптәше Рим менән Ислам һәм Рәсүл исемле малайҙар үҫтергән. Хәҙер үҙҙәре өләсәй-олатай булған. Улдары Салауат хәләл ефете Лилиә Финат ҡыҙы менән өс балаға: Тимур, Сыңғыҙ, Сабинаға ғүмер биргән. Тимурҙың үҙенең улы үҫеп килә.
Һайлаған һөнәренә тоғро ҡалған Сәбиха Нәжметдин ҡыҙы Мостафинаны һөнәри байрамы менән ҡайнар ҡотлайбыҙ һәм бәхетле ҡартлыҡ, тән-йән сихәте теләйбеҙ!
Мишкә районы.
Автор:IMPORT Сервисный
Читайте нас