Йәнтөйәк
+30 °С
Болотло
Антитеррор
Общие статьи
26 Июнь 2021, 07:00

Үҙ эшенең оҫтаһы

Башҡортостан Республикаһы Башлығы Радий Хәбиров Указы менән Ҡариҙел үҙәк район дауаханаһының ашығыс медицина ярҙамы фельдшеры Гүзәл Кашапова республиканың юғары дәүләт наградаһы — “Хеҙмәт батырлығы өсөн” миҙалына лайыҡ булды.

Гүзәл Наил ҡыҙы 1993 йылда Бөрө медицина училищеһын тамамлағандан һуң, тыуған яғына ҡайтып хеҙмәт юлын башлай. Йәш, перспективалы белгесте Ҡариҙел үҙәк район дауаханаһының неврология бүлегенә эшкә алалар, ә дүрт айҙан һуң ашығыс медицина ярҙамы бүлегенә фельдшер итеп күсерәләр.
Гүзәл Кашапова — дауахананың коронавирус сиренә шик булған ауырыуҙарға ярҙам итеү буйынса махсуслаштырылған бригада составында эшләй башлаған хеҙмәткәрҙәрҙең береһе. Юғары квалификацион категорияға эйә булған белгес оҙаҡ йылдар эшләү дәүерендә һөнәри оҫталығы, һәр кемгә ихтирамлы булыуы өсөн үҙ исеменә пациенттарҙан күп рәхмәт һүҙҙәре ишеткән. Уны хеҙмәттәштәре лә, ауырыуҙар ҙа шәфҡәтле, изге күңелле, кешелекле, асыҡ йөҙлө булғаны өсөн ярата һәм хөрмәт итә. Ул — белемле, үҙ эшен яратып, бар күңелен һалып эшләүсе медицина хеҙмәткәре.
Һаулыҡ һаҡлау өлкәһендә күп йыллыҡ фиҙаҡәр хеҙмәте өсөн Гүзәл Наил ҡыҙы район хакимиәтенең, үҙәк район дауаханаһының байтаҡ Почет грамоталары менән бүләкләнгән, ә ошо көндәрҙә уға “Хеҙмәт батырлығы өсөн” миҙалы тапшырылды.
Хөрмәтле медицина хеҙмәткәре тырыш хеҙмәте менән был юғары наградаға лайыҡ, уға тағы ла байтаҡ йылдар райондаштары сәләмәтлеге һағында эшләргә яҙһын.
Автор:Люция Карамова
Читайте нас