Асия Ғаббас ҡыҙы 1951 йылда Ҡариҙел районының Үрге Түргәнәй ауылында тыуған. Ҡыҙ ғаиләлә алты бала араһында иң өлкәне була. Ауылда мәктәп булмағанлыҡтан, Кирзә ауылына йәйәү йөрөп уҡып, һигеҙ класс белем ала. Артабан А. Ғилмуллина Өфө 1-се медицина училищеһына уҡырға инә.
Уҡыу йортон уңышлы тамамлап, ҡыҙ Йәнсәйет ауылы егете Фәрит Ғилмуллинға кейәүгә сыға. 1972 йылда йәш ғаилә Байҡыбаш ауылына ҡайта.
Ғилмуллиндар өс бала тәрбиәләп үҫтергән. Балалары лайыҡлы кешелер булып үҫте, атай-әсәйҙәре улар менән хаҡлы рәүештә ғорурлана.
1985 йылдан Асия Ғаббас ҡыҙы Магинск ауыл табип амбулаторияһында фельдшер булып эшләп, хаҡлы ялга сыҡҡан. Ауыл халҡы уны әле булһа рәхмәт һүҙҙәре менән иҫкә ала.