Бөгөн бөтә ил буйынса Бөйөк Ватан һуғышы башланыуына 80 йыл тулыу айҡанлы төрлө саралар үтә: стелаларға, мемориалдарға яҡташтар иҫтәлегенә гөлләмәләр, сәскәләр һалына, бер минут тын тороп һәләк булған яугирҙарыбыҙ иҫкә алына.
Ҡышлауйылға ауылында ла бөгөн Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашҡандар һәм һәләк булғандар иҫтәлегенә ҡуйылған стелаға сәскәләр һалынды. Унда мәғариф ветераны Әмин Әнүәр улы Шәүәлиев, ауыл старостаһы Рәфис Вәйес улы Сафин һәм мәктәп директоры Ришат Миңлемөхәмәт улы Лотфуллин ҡатнашты. Шулай уҡ сарала йәйге лагерға йөрөгән Петропавловка, Яңы һәм Иҫке Ҡаҙансы, Ҡышлауйылға ауылдарының мәктәп уҡыусылары ла йәлеп ителде. Сарала ҡатнашыусылар хөрмәт менән һәм тын тороп тыныс тормош бүләк иткән олатай-ҡарт олатайҙарын, ауылдаштарын иҫкә алды.