Сара Еңеү паркында үтте. Унда өлкән быуын — һуғыш осоро балалары, хеҙмәт ветерандары саҡырылды. Улар ошо аяуһыҙ йылдарҙы, ауырлыҡ менән үткән бала саҡтарын иҫкә алды. Мәғариф ветераны Ансар ағай Солтанов, ветерандар советы рәйесе Дамир ағай Шәйесламов, һуғыш осоро балалары Ғәҙел ағай Шабанов, Резеда апай Әхәтова, Мәрхәбә апай Хәмәҙиева һәм башҡалар үҙҙәренең кисерештәре менән уртаҡлашты. Сараның тантаналы өлөшөндә ауыл биләмәһе башлығы Илдар Фәрит улы Денисламов Иҫке Ҡаҙансы, Әлйәгеш, Урманкүл ауылдарында йәшәгән һуғыш осоро балаларына таныҡлыҡтар тапшырҙы. Уларҙы район Советы депутаты Гөлфинә Исламова һәм ауыл Советы депутаттары Илзидә Ғәфиева менән Ләйсән Ғафурйәнова тәбрикләне. Шулай уҡ Иҫке Ҡаҙансы төбәге ағинәйҙәре етәксеһе Мәмдүнә Ғаян ҡыҙы Зарипова ла ихлас теләктәрен еткерҙе һәм форсаттан файҙаланып, иң әүҙем ағинәйҙәргә Рәхмәт хаттары тапшырҙы. Артабан һуғышта һәләк булған, унан иҫән ҡайтып вафат булған ауылдаштары рухына бағышлап ағинәй Йәүҙәт апай Зөбәйерова доғалар уҡыны.