Йәнтөйәк
+30 °С
Болотло
Антитеррор
Общие статьи
17 Июнь 2021, 07:50

Рухи байлыҡтан айырылмайҙар

7-17 июнгә ҡәҙәр 2021 йылдың икенсе яртыһына үҙәк, республика һәм район матбуғат баҫмаларына ташламалы хаҡтар менән яҙылыу ун көнлөгө уҙҙы. Йылдағыса ошо көндәрҙә редакция хеҙмәткәрҙәре ауылдар буйлап йөрөп, Матбуғатҡа яҙылыу көндәре үткәрә. Күптән түгел Яңы Муллаҡай һәм Иҫке Муллаҡай ауылдарында ла булдыҡ.

Урындағы почта бүлеген 28 йыл Зилара Йәнтураева етәкләй. Уның етәкселегендә почтальон Фәнүрә Сәйфуллина эшләй.
Был яҡтарҙа ла гәзитебеҙҙең яҡын дуҫтары күп. Был юлы ла «Йәнтөйәк» яңы дуҫтарын тапты. Ауылдың хөрмәтле хеҙмәт ветерандары Рәсимә Мәхмүдийәрова, Әдғиә Фәйзелхаҡова, Рәзинә Әхмәтова, Резеда Миңләхмәтова, Фәридә Нуриәхмәтова, шулай уҡ Мәғәфиә Төхбәтуллина, Дамир менән Альбина Солтановтар «Йәнтөйәк»ле булды.
- Рухи байлыктан айырылмайбыҙ. Район басмаларын яратып уҡыйбыҙ, гәзит-журналдарҙы күпләп алдырабыҙ. Киләсәктә лә редакция хеҙмәткәрҙәре, почтальондарыбыҙ беҙҙе шулай ҡыуандырып торһон ине, - тигән теләктәрен еткерҙе муллаҡайҙар.
Люция Карамова.
Ҡариҙел районы.
Читайте нас