Йәнтөйәк
+30 °С
Болотло
Антитеррор
Общие статьи
14 Июнь 2021, 05:00

Яуаплы етәксе, әүҙем йәмәғәтсе

Оло Шаҙы ауылында йәшәүсе Нилә Шириязданова тырыш хеҙмәте менән ауылдаштары араһында хөрмәт яулаған гүзәл зат.

Ул китапхана системаһына 39 йыл ғүмерен бағышлаған.
Нилә Барис ҡыҙы Оло Шаҙы ауылында 1962 йылдың 4 октябрендә Зифа һәм Барис Исламетдиновтар ғаиләһендә биш баланың икенсеһе булып тыуған. Апай, ҡустылары менән берҙәм, татыу үҫәләр.
Нилә Шириязданова бәләкәйҙән китап уҡырға ярата. Был шөғөлө уны Оло Шаҙы ауылы мәктәбен тамамлағас, Өфө китапхана техникумына алып килә. 1982 йылда ҡулына диплом алып, йәш белгес тыуған ауылына эшкә ҡайта. Шул ваҡыттан бөгөнгәсә ул ауыл китапханаһын етәкләй. Нилә Барис ҡыҙы тырыш, талапсан, яуаплы, ижади ҡарашлы белгес. Ул үҙенең эшен яратып башҡара. Йыл дауамында билдәле шәхестәрҙең юбилейҙарына, шулай уҡ иҫтәлекле даталарға күргәҙмәләр, стендтар, буклеттар эшләй, сценарийҙар төҙөй. Китап уҡыусылар менән республика һәм район күләмендә үткәрелгән төрлө әҙәби сараларҙа, акцияларҙа, конкурстарҙа, флешмобтарҙа ҡатнаша. Бирелә күренекле шәхестәр, билдәле әҙиптәр менән әҙәби кисәләр үткәрелеп тора. Былар барыһы ла, әлбиттә, Нилә Барис ҡыҙы тырышлығы, уның эш һөҙөмтәһе.
Күптән түгел Оло Шаҙы ауылы китапханаһы нигеҙендә «Ориентир» мәғлүмәт үҙәге асылды. Ул эргә-тирәләге ауылдар халҡын хеҙмәтләндерә. Китапханаға компьютер, принтер, интерактив таҡта ҡайтарылған. Юғары тиҙлектәге интернет менән ҡулланыу мөмкинлеге бар. Хоҡуҡи базалар менән эшләү, интернет селтәрендә кәрәкле мәғлүмәт табыу хәҙер ауырлыҡ тыуҙырмай.
— Китапхана фонды тулыланып тора, яңы китаптар йыш ҡайта. Беҙгә, районда берҙән-бер ҙур башҡорт ауылы булараҡ, күбеһенсә башҡорт китаптары ҡайтарыла. Китапханаға уҡыусылар ҙа, оло йәштәгеләр ҙә килә. Ауылда үткән бер саранан да ситтә ҡалмайбыҙ. Байрамдарҙа ғына түгел, төрлө өмәләрҙә, йыйындарҙа, акцияларҙа әүҙем ҡатнашабыҙ, — ти Нилә Шириязданова.
Нилә Барис ҡыҙы ауыл тормошонда әүҙем ҡатнаша. 30 йылдан артыҡ ауылдың ҡатын-ҡыҙҙар советын етәкләй, һайлау комиссияһы составында эшләй, урындағы «Аҡ шишмә» фольклор коллективында шөғөлләнә. Улар «Шәжәрә», «Салауат йыйыны», «Ашҡаҙар таңдары» һәм башҡа республика фольклор фестивалдәрендә ҡатнашып, призлы урындар яулай. Күптән түгел «Аҡ шишмә» коллективы Нуриман районында үткән «Кәкүк сәйе» фольклор байрамында ҡатнашып, өсөнсө урын яулаған.
Нилә Барис ҡыҙы китапхана системаһында оҙаҡ йылдар дауамында намыҫлы хеҙмәте һәм ауыл тормошонда әүҙем ҡатнашҡаны өсөн күп тапҡыр район хакимиәтенең Рәхмәт хаттары менән бүләкләнгән. Шулай республика, Бөтә Рәсәй конкурстарында призлы урындар яулап алған Почет грамоталары, дипломдарының иҫәбе-һаны юҡ.
Тормош иптәше Рит Фәйзелғаян улы менән ике ул тәрбиәләп үҫтереп, тормош юлына сығарғандар. Руслан менән Альмир икеһе лә Нефтекама ҡалаһында төпләнгән. Матур ғаилә ҡороп, балалар үҫтерәләр.
Аллаға шөкөр, ейән-ейәнсәрҙәр һөйөү бәхете тейҙе. Күптән түгел дүртенсе ейәнсәрем тыуҙы. Ғөмүмән, үҙемде бәхетле һанайым. Һәр ваҡыт мине аңлаған, һәр эштә ҡеүәт биреп торған тормош иптәшем бар, улдарым үҙ юлдарын тапты, ейәндәр йүгереп йөрөй. Иҫән-һау ғына булһындар, — ти Нилә апай.
Нилә Шириязданова «Йәнтөйәк» гәзитенең тоғро уҡыусыһы ла. “Яҙылмай ҡалғаным юҡ”, — ти ул. 2021 йылдың икенсе ярты йыллығына ла күптән яҙылып ҡуйған. Шундай әүҙем, изге йөрәкле, уңған замандаштарыбыҙ барҙа киләсәгебеҙ матур булырына ышаныс ҙур.
Лилиә ХӘСӘНОВА.

Читайте нас