Башҡортостан Республикаһының Мәғариф һәм фән министрлығы, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы тарафынан ойошторолған бәйгенең маҡсаты — әкиәтселәр, сәсәндәр мәктәбен тергеҙеү һәм үҫтереү, балаларҙа импровизациялау һәләтен асыу. Элек конкурс башҡорт телендә генә үткәрелһә, хәҙер бәйгеселәр үҙҙәренең туған телдәрендә лә әкиәт менән ҡатнаша ала.
Конкурста бөтәһе 347 бала ҡатнаша, улар республиканың район-ҡалаларынан һәм Рәсәйҙең төрлө төбәктәренән (Татарстан, Ырымбур, Силәбе, Һамар, Пермь) була.
Ошондай мәртәбәле бәйгелә Сурай ауылы мари гимназияһының 3-сө класс уҡыусыһы Анатолий Николкин да ҡатнашты. Әкиәтсе булараҡ үҙен беренсе тапҡыр һынап ҡараған малай «Кем батыр?» тигән мари халыҡ әкиәтен һөйләп, «Яңғыҙ башҡарыусы» номинацияһында I урын яулай.
— Конкурстың район этабында беҙ өсөнсө урынға сыҡтыҡ. Шуға күрә республика этабына барырға өмөтөбөҙ юҡ ине. Конкурстың икенсе этабына һайлап алыу онлайн форматта үтте, тәүҙә комиссия ағзалары “Яңғыҙ башҡарыусылар” номинацияһында ҡатнашыусыларҙың видеосығышын тыңлап, иң-иңдәрҙе саҡырҙы. Икенсе тур һөҙөмтәләре буйынса беҙҙе Өфө ҡалаһына бүләкләү тантанаһына саҡырҙылар. Анатолийға барыһы ла оҡшаны. Беҙ бик шатланып, бай тәьҫораттар алып ҡайттыҡ. Киләһе йылда ла ҡатнашырға теләгебеҙ бар, — тине Анатолийҙың әсәһе, уның уҡытыусыһы Римма Николкина (һүрәттә).
Лилиә ХӘСӘНОВА.