15 йәштән 18 йәшкә тиклемге 40 артист (һәр команданан 20-шәр кеше) “Сәләм, фестиваль!” блогына йәлеп ителгән.
— Беҙгә дөйөм программа буйынса видеороликтар килде, беҙ улар буйынса барлыҡ композицияны ла ҡабатланыҡ, — тип һөйләй “Йәйғор” етәксеһе, “Йәйғор” Балалар ижады үҙәге өҫтәмә белем биреү педагогы, спорт аэробикаһы буйынса 1-се республика категориялы судья Наталья Фролкина. — Проект ауыр, авторы билдәле Мәскәү хореографы, илебеҙҙең байтаҡ шоу-бизнес “йондоҙҙары” менән шөғөлләнгән Алексей Арапов.
Бөрөләр Өфөнән, Нефтекаманан, Стәрлетамаҡтан билдәле эстрада коллективтары, шулай уҡ Фәйзи Ғәскәров исемендәге халыҡ бейеүҙәре һәм “Мираҫ” йыр һәм бейеү фольклор ансамблдәре менән бер сәхнәлә бейейәсәк. Мәскәүҙән күренекле “Тодес” ансамбленең дә килеүе көтөлә.
Репетициялар 5 июндә Башҡортостан Республикаһының Рима Баталова исемендәге Спорт әҙерлеге үҙәгендә музыка һәм уттар менән башланды. Беҙҙең артистарға йәшәү урыны бирҙеләр, туҡланыу ойошторолған. Әҙерлек киң масштабта бара.
Фольклориада 3 июлдән 10-ына тиклем дауам итә. 4-9 июлдә форумдың төп концерт майҙансығында, «Торатау» Конгресс-холы амфитеатрында «Фольклориада йөрәге» фольклор фестивале ойошторола. Концерттар көн дә Фольклориадала ҡатнашыусыларҙың сығышы менән башлана һәм донъяла танылыу яулаған коллективтарҙың сығышы менән тамамлана.
Ҡатнашыусылар шулай уҡ концерт номерҙары менән 22 муниципалитетта сығыш яһай, урындарҙа әлеге ваҡытта майҙансыҡтар әҙерләнә. 10 июлдә “Торатау” Конгресс-холында Фольклориада тантаналы ябыла.
Бөрө ҡалаһында майҙансыҡ булмаясаҡ. Ләкин мәртәбәле ҡунаҡтар беҙҙә техник туҡталыш яһай.
Ольга Платонова.