Бирелә төрлө технологиялар буйынса әйберҙәр бүләккә йәки заказ буйынса эшләнә. Ижади берекмәне төҙөү инициаторҙарының береһе булған 59 йәшлек Серафима Борисовна Саликаева фекеренсә, сүстән — еп, ептән — туҡыма, ә туҡыманан әллә ниндәй матур әйберҙәр барлыҡҡа килә.
Бәләкәй сағында уны Сима тип йөрөткәндәр, сығышы менән Мишкә районының Рәфәнде ауылынан. Ҡыҙ өләсәһе тәрбиәһендә үҫә һәм төрлө сәбәптәр арҡаһында махсус белем ала алмай.
Мәктәпте тамамлау менән Түбән Тагил ҡалаһында техник контроль бүлегендә контролер булып эш башлай. Ләкин нәҫелдән килгән һәләт үҙенекен итә. Өләсәһе саҡырыуы буйынса Бөрө ҡалаһына ҡайта һәм сәнғәт эшләнмәләре фабрикаһына эшкә урынлаша. Был 1982 йыл була. Фабрикала 800-гә яҡын кеше хеҙмәт һала. Башта грунтовка менән шөғөлләнә. Эш ауыр һәм сәләмәтлек өсөн зарарлы була. Шул сәбәпле ҡыҙға ағастан яҫы биҙәкләү цехына күсергә тура килә.
Ҡалала, шулай уҡ илдә лә, иҡтисади көрсөк булыу сәбәпле, ул өйҙә эшләй башлай. Ҡулдан матур ҡумталар, бал өсөн һауыттар, таҡталар яһай. Фабрика ябылғас, Өфөлә “Ағиҙел” предприятиеһында ошо эшен дауам итә. Уның ҡул эштәрен күптәр яратып һатып ала.
2010 йылда, инде Серафима тормош иптәше һәм ике бала әсәһе булараҡ, яратҡан эше — туҡыусылыҡ һәм энә менән бәйләү менән шөғөлләнә башлай. Ире балта оҫтаһы, туҡыу станоктары эшләй. Улар шул шөғөл арҡаһында таныша ла. Серафима шәлдәр, панно, мари билбауҙары бәйләй... Билдәле ҡул оҫтаһын төрлө күргәҙмәләргә саҡыра башлайҙар. Тарих музейында эшләүсе Рәйфә Шабалинанан туҡыусы Роза Ғарифуллина тураһында белеп ҡала. Үҙенең дуҫ ҡыҙы менән “Ебәк юлы” туҡыусылыҡ үҙәге менән таныша.
Әлеге ваҡыта Серафима туҡыусылыҡ менән уңышлы шөғөлләнә. Өләсәһе һәйбәт эрләй һәм бәйләй, күршеһенең туҡыу станогында туҡый ҙа. Әсәһе оҫта бәйләй һәм быйма баҫа. Атаһы балаларын шул шөғөлгә һуңынан өйрәтә.
Ҡыҙҙары өс йәштән ырғаҡ менән бәйләргә, сигергә өйрәнә, ҡаланың “Космос” үҙәгенә йөрөй. Әле ғаилә бик тар торлаҡ шарттарында йәшәй. Ҡыҙҙары мәктәпте тамамлай. Өй төҙөргә лә пландарында бар. Ә Серафима Борисовна үҙенең яратҡан шөғөлө өсөн бүлмә әҙерләй.