Улар һыуҙа йөҙә торған ҡоштарҙың иң матурҙарынан һанала. Аҡҡоштар үҙе өсөн иң таҙа, аҙыҡҡа бай урынды һайлай. Ошо ғорур ҡоштар борон-борондан мөхәббәт һәм тоғролоҡ символы тип һаналған. Урындағы халыҡ һөйләүенсә, аҡҡоштар былтыр Иҫке Аҡбүләк ауылындағы ҙур булмаған быуаны үҙ иткән булған. Ә быйыл аҡҡоштар төркөмө апрель башында уҡ Байҡы йылғаһына килеп урынлашҡан. Уларҙың һаны иллеләп. Бындай матурлыҡты үҙ күҙҙәрең менән күреү, тауыштарын ишетеү күңелгә рәхәт.