Китапханасылар егет һәм ҡыҙҙарға 1989 йылдың 3 июненән 4 ҡарай төндә Иглин районында булған һәләкәт тураһында һөйләй. “Новосибирск – Адлер” һәм “Адлер – Новосибирск” поездары осрашҡан һәм шул мәлдә, тәмәке төпсөгөнәнме, тәгәрмәс ышҡылыу осҡононанмы, газ болотона ут ҡапҡан. Күләмле шартлау яңғырағандан һуң янғын башланған. Ике поездың 37 вагонынан етәүһе тулыһынса янып бөткән, 26-һы эстән янған, 11-е, ысҡынып, юлдан ситкә ауған. Гигант янғында 250-нән ашыу кеше шунда уҡ көл-күмергә әйләнгән, ғаиләләре, кластары менән юҡҡа сыҡҡан. Теүәл һанды әйтеүе ҡыйын, ни өсөн тигәндә, эҫелеге 1000 градустан ашҡан ялҡында тимер ҙә ирегән...