Зыялы, рухлы, районыбыҙ тормошонда әүҙем ҡатнашҡан, һәләтле уҡыусылар өсөн үҙенең исемле стипендияһын булдырған оло хөрмәткә лайыҡ Әлфис Суфиян улын күркәм юбилейы менән ысын күңелдән тәбрик итәбеҙ. Күренекле яҡташыбыҙға ныҡлы һаулыҡ, ғаилә именлеге, рух ныҡлығы, башлаған изге эштәрендә, яуаплы вазифаларында ҙур уңыштар һәм яңынан-яңы үрҙәр теләйбеҙ!