Йәнтөйәк
+30 °С
Болотло
Антитеррор
Баш
Рус
Тат
Общие статьи
2 Июнь 2021, 06:16
Башҡортостандың Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы йәшен һәм көслө ел тураһында иҫкәртте
Башҡортостандың Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы республикала йәшәүселәрҙе 2 июндә ғәҙәттән тыш янғын хәүефе һаҡланыуы тураһында иҫкәртә. Бынан тыш, йәшен ваҡытында елдең секундына 18 метрға етеүе ихтимал.
Синоптиктар мәғлүмәте буйынса, алдағы тәүлектең аяҙлы-болотло булыуы фаразлана. Урыны менән ҡыҫҡа ваҡытлы ямғыр, йәшен. Ел төньяҡтан, төньяҡ-көнсығыштан, тиҙлеге секундына 5-10 метр, йәшен ваҡытында 18 метрға тиклем. Һауа температураһы төндә 7-12, көндөҙ 18-23, көньяҡ-көнсығышта 28 градус. Автомобиль юлдарында төндә һәм иртән томан, күреү мөмкинлеге 500-1000 метр.
Өфөлә көндөң аяҙлы-болотло булыуы көтөлә. Урыны менән ҡыҫҡа ваҡытлы ямғыр, йәшен. Ел төньяҡтан, төньяҡ-көнсығыштан, секундына 5-10 метр, йәшен йәшнәгәндә елдең 16 метрға етеүе ихтимал. Һауа температураһы төндә 8-10, көндөҙ 19-21 градус.
Фото: Олег Яровиков
https://
www.bashinform.ru/news/1600851-mchs-bashkirii-preduprezhdaet-o-grozakh-i-silnom-vetre/
«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы
Теги:
һауа торошо
Читайте нас
Партнеры
Фотобанк журналистов РБ
Рубрика "Еда и напитки"
Рубрика "Животные"