Сараға ярашлы, республика ике тиҫтәләгән килешеүгә ҡул ҡуясаҡ, улар үҙ сиратында төбәккә инвестициялар йәлеп итергә һәм яңы эш урындары булдырырға ярҙам итәсәк.
Атап әйткәндә, 3 июндә Өфөнән федераль әһәмиәттәге М-5 “Урал” автомобиль трассаһына сыға торған юлды (“Көнсығыштан сығыу юлы”) төҙөү тураһында Башҡортостан, ВТБ банкы, ВЭБ.РФ. үҫеш корпорацияһы араһында Рәсәйҙәге иң ҙур концессион килешеүгә ҡул ҡуйыласаҡ. Унан тыш, республика һәм Башҡортостан сода компанияһы менән бик ҙур инвестиция килешеүенә ҡул ҡуйыу планлаштырылған.
Форум барышында төбәк Башлығы бер нисә халыҡ-ара осрашыуҙа ҡатнашасаҡ, шул иҫәптән Израиль вәкиле А. Бен Цви, Бахрейн Короллегенең сит ил эштәре министры Абдуллатиф бен Рашид Аль Заяни һәм башҡалар менән.
Сараларҙың күпселеген Башҡортостан делегацияһы төбәктең күргәҙмә стендында уҙғарасаҡ. Әйткәндәй, ул төбәк майҙансыҡтары араһында, Санкт-Петербургтан (1697 квадрат метр) һәм Краснодарҙан ( 1000 квадрат метр) ҡала иң ҙурҙарҙан булып тора: майҙаны - 231 квадрат метр. Унан тыш, стендты Башҡортостан далалары еҫен таратыусы уникаль махсус аэродизайн менән биҙәгәндәр. Шулай итеп, форумда ул ошо үҙенсәлеге менән дә айырылып торасаҡ.
Стенд ете функциональ зонанан тора. “Республикаға идара итеү үҙәге” зонаһы экрандар һәм touch-панелле футуристик стилдә башҡарылған.
Төбәктең авиация кластеры Өфө моторҙар эшләү берекмәһе, “Геоскан” компанияһы, Күмертау авиация етештереү предприятиеһының экспозицияларынан тора. Был зонала К-32 вертолеты макетын, ДТ-30ПМ сылбырлы транспортерын, “Геоскан Gemin” квадрокоптерын, IDS-5 пилотһыҙ авиация комплексын күрергә мөмкин.
Башҡортостандың туристик үҫешен күрһәткән йүнәлеш Шүлгәнташ мәмерйәһе стилендә биҙәлгән килешеү бүлмәһе дизайны аша асылған. Стенд иһә төбәктең тәбиғи ресурстарын сағылдыра. Ә эшлекле аралашыу зонаһында ҡунаҡтарҙы тәмле үлән сәйҙәре менән һыйлаясаҡтар.
Башҡорт традициялары зонаһында иһә төбәк символы булған солоҡ балын тәмләп ҡараясаҡтар. Солоҡсолоҡ тураһында билдәле солоҡсо Әнүр Вахитов һөйләйәсәк.
Петербург халыҡ-ара иҡтисади форумы – илебеҙҙә үткәрелгән иң мөһим халыҡ-ара иҡтисади сараларҙың береһе, йыл һайын унда бөтә донъянан 5000-дән ашыу ҡатнашыусы Рәсәй һәм донъя иҡтисадының көнүҙәк мәсьәләләрен барлай.