Тантанаға килгән ата-әсәләрҙе, уҡыусыларҙы, педагогтарҙы Балалар сәнғәт мәктәбе директоры Риваль Ринат улы Сәлимов уҡыу йылын уңышлы тамамлау һәм сираттағы сығарылыш менән ҡотланы. Ул балаларға бөгөнгө байрам уңайынан бәхетле бала саҡ, уҡыуҙарында уңыштар, һәләтле, тырыш, маҡсатсан булып үҫеүҙәрен теләне. Риваль Ринат улы тантанала сәнғәт мәктәбенең барлыҡ бүлектәрендә уҡыған йырға, бейеүгә, һүрәт төшөрөргә, төрлө музыка ҡоралдарында уйнарға һәләтле сығарылыш класс уҡыусыларына таныҡлыҡтар тапшырҙы.