Зооөй – бер көндән алып бер нисә айға ҡәҙәр хайуандарҙы асрау урыны ул. Унда йәшәгәндә гигиена процедуралары, паразиттарға ҡаршы эшкәртеү, дегельминтизация, вакцинация, чип кейҙереү мөмкинлеге була. Хайуанды ошо йортҡа урынлаштырыу өсөн вакцинация, тышҡы паразиттарға ҡаршы эшкәртеү тураһындағы белешмә, ветеринария паспорты булыу мотлаҡ. Ашарға хужа үҙе килтерә, түләү раҫланған хаҡтар прейскуранты буйынса. Ветеринария станцияһы эргәһендәге зооҡунакханала дүрт аяҡлы дуҫтарыбыҙҙы асрау өсөн кәрәкле бөтә шарттар ҙа булдырылған. Өйҙә йәшәй торған бесәй һәм эттәр өсөн ике урынлыҡ айырым номерҙар, тышта йәшәй торғандарға вольер бар.