Йәнтөйәк
+30 °С
Болотло
Антитеррор
Общие статьи
30 Май 2021, 04:50

Хеҙмәте менән хөрмәт яулаған

Мишкә районы үҙенең арҙаҡлы шәхестәре, тырышлығы менән дан ҡаҙанған эшсәндәре менән ғорурлана. Яуаплы вазифалар биләп, намыҫлы хеҙмәте менән абруй ҡаҙанған Харис Ғарифулла улы Ғайфуллиндың да ғүмер юлы күптәргә өлгө булырлыҡ.

Хөрмәтле райондашыбыҙ Оло Шаҙы ауылында Мәнзүмә һәм Ғарифулла Ғайфуллиндар ғаиләһендә тыуа. Беренсе бала булараҡ, бәләкәйҙән ата-әсәһенең ярҙамсыһы булып үҫә. 1958 йылда ауыл мәктәбенә уҡырға инә. Тырыш була, әҙәби китаптар уҡырға ярата. Мәктәп йылдарында Харис Ғарифулла улы үҙен тик яҡшы яҡтан ғына күрһәтә. Тырыш, әүҙем егетте класс старостаһы итеп һайлайҙар, мәктәптең комсомол ойошмаһы секретары итеп тә тәғәйенләйҙәр. Мәктәпте тамамлағас, ул Бөрө дәүләт педагогия институтының филология факультетына уҡырға инә. Бында ла ул алдынғылар рәтендә була. Төркөмдә комсомол ойошмаһы етәксеһе итеп һайлана.
Йәш белгес ҡулына диплом алғас, үҙенең тыуған мәктәбендә рус теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы булып хеҙмәт юлын башлай. Шул ваҡытта хеҙмәттәше Флүрә Нуретдинова менән урындағы радио эшен дә ойошторалар. «Шаҙы» колхозы йәштәре әүҙем, тырыш уҡытыусыны комсомол ойошмаһы етәксеһе итеп һайлай.
1973-1974 йылдарҙа Харис ағай Ғайфуллин Ҡазан ҡалаһында танк ғәскәрҙәрендә хеҙмәт итә. Бында ул башланғыс хәрби әҙерлек буйынса уҡытыусылар әҙерләү курстары үтә. Ил алдындағы бурысын намыҫ менән үтәп, яңынан үҙенең эш урынына ҡайта.
1978 йылда КПСС-тың район комитеты тәҡдиме буйынса Харис Ғайфуллинды Мишкә район эске эштәр бүлегенә сәйәсәт һәм тәрбиә эштәре етәксеһе урынбаҫары итеп тәғәйенләйҙәр. Бында ла ул үҙен яҡшы белгес итеп таныта. Тиҙ арала хеҙмәттәштәре араһында хөрмәт яулай. Харис Ғарифулла улы хеҙмәтенә күп көсөн һәм тырышлығын һала. Аҙна һайын хәрби әҙерлек буйынса уҡыуҙар, хәрби һәм хеҙмәт ветерандары менән осрашыуҙар ойошторола, төрлө район һәм республика конкурстарында, үҙешмәкәр сәнғәт фестивалдәрендә ҡатнашалар. Харис Ғарифулла улы бар сараның да уртаһында була. Эске эштәр органдарында хеҙмәт һалыу дәүерендә ул беренсел партия ойошмаһы секретары, бер нисә тапҡыр Мишкә ауыл һәм район Советтарына депутат итеп һайлана. Тағы ла ауыр холоҡло үҫмерҙәр менән эшләү комиссияһы вәкиле, «Белем» ойошмаһының лекторы ла булып эшләй.
Харис Ғарифулла улы 1994 йылда ситтән тороп Өфө юридик институтын уңышлы тамамлай. Оҙаҡ йылдар намыҫлы эшләгәне өсөн ул «Өлгөлө хеҙмәте өсөн» 2-се һәм 3-сө дәрәжә миҙалдары, «Милиция отличнигы» билдәһе менән бүләкләнә. 1999 йылда майор дәрәжәһендә эшенән китә. Унан һуң район мәғариф бүлегендә опека һәм попечителлек буйынса инспектор вазифаһын башҡара.
Әле лә Харис Ғарифулла улы элекке кеүек район тормошонда әүҙем ҡатнаша. Ул Мишкә ауыл Советы биләмәһе буйынса беренсел ветерандар ойошмаһы рәйесе, район ветерандар советы Президиумы вәкиле. Йәмәғәт эшендә әүҙем ҡатнашҡаны өсөн ул район ветерандар ойошмаларының Почет китабына индерелгән, район, Башҡортостан Республикаһы ветерандар советының Рәхмәт хаттары, Почет грамоталары менән бүләкләнгән.
Харис Ғайфуллин яҡшы ғаилә башлығы ла. Тормош иптәше Сафия Сафа ҡыҙы менән ике ҡыҙ үҫтергәндәр. Ҡыҙҙары ата-әсәһенең юлын дауам итеп, береһе — хоҡуҡ һаҡлау органдары хеҙмәткәре, икенсеһе уҡытыусы һөнәрен һайлаған. Хәҙер инде улар үҙҙәре матур тормош ҡороп, балалар үҫтерә. Дүрт ейәнсәре олатайҙары менән хаҡлы рәүештә ғорурлана.
Лилиә ХӘСӘНОВА.
Читайте нас