Шундай кешеләр була: улар янында һәр ваҡыт рәхәт. Шатлығыңа — һөйөнә, ҡайғыңа һинең менән бергә көйөнә ундайҙар. Бер тапҡыр ҙа ғәйепләмәҫ, әммә дөрөҫ булмаһа, йәшермәҫ, әйтер. Ҡыҫҡаһы, ысын кеше. Борай үҙәкләштерелгән китапханалар селтәре директоры, район ҡатын-ҡыҙҙар советы рәйесе Миләүшә Йәнгирова нәҡ шундайҙарҙан.
Миләүшә Муллаян ҡыҙы 41 йыл китапханасы булып эшләй. Ошо һөнәр эйәһе буласағын ул бәләкәйҙән белеп үҫә. Атаһы Муллаян Ғаян улы ауылда китапхана асылғансы клубтағы “ызбач”та (элек китапхана изба читальная тип йөрөтөлгән) эшләгәнлектән (һуңынан ул бухгалтер була) һәм әсәһе Нурия Сәхип ҡыҙы татар теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы булғанлыҡтан, уларҙың өйөндә китап уҡыу ғәҙәти күренеш һанала. Китап, әҙәби әҫәрҙәр мөхитендә, ата-әсәһенең иркә бер ҡолонсағы булған Миләүшә (үҙенән өлкән ағаһы Шамил бар) өсөн китапханасы иң абруйлы һөнәр эйәһе кеүек ҡабул ителә. Мәктәптән һуң ул Өфө китапхана техникумын тамамлап, тыуған төйәге Борайға ҡайта. Китапханала эш урыны булмағанлыҡтан, бер аҙ район Мәҙәниәт йортонда эшләй. Шунда, яңы йыл кисәһендә, буласаҡ тормош иптәшен осрата.
Ҡатын-ҡыҙ ире ҡайҙа, шунда булырға тейеш. Фидәрис Шакир улын “Родина” колхозына парторг итеп ебәргәс, ғаилә Ҡушманаҡ ауылында йәшәй башлай. Бирелә ул төрлө саралар ойоштора, концерттарҙа ҡатнаша, ҡыҫҡаһы, ауыл китапханасыһының тулы ҡанлы тормошо менән йәшәй башлай. Әҙерләгән, ойошторған, үткәргән һәр сараһын ул бала саҡ хәтирәләренән ала: әсәһе һәм уның әхирәте, ауылдағы китапханасы Сәғиҙә апаһы уҙҙырған сараларҙа үҙе лә әүҙем ҡатнаша. Ошо ауылда ете йыл йәшәгәндән һуң, Йәнгировтар ғаиләһе Борайға күсеп килә.
Һәр кеше үҙ өҫтөндә эшләһә генә, белемен арттырһа ғына үҫә. Миләүшә Муллаян ҡыҙы эшендә лә, ғаиләһендә лә тулыһынса асыла. Дүрт балаға ғүмер бүләк иткән әсә тормош иптәше өсөн гүзәлдәрҙән-гүзәл, һөйөклө ҡатын булыу бәхетенә ирешә. Ситтән тороп Силәбе мәҙәниәт һәм сәнғәт институтында уҡып, юғары белемле белгес һәм хеҙмәтендә үҙ эшенең оҫтаһы булып таныла.
1995 йылда район китапханаһы директоры итеп тәғәйенләнә, 2000 йылдан район ҡатын-ҡыҙҙар советын етәкләй, байтаҡ йылдар район Советы депутаты йөгөн тарта, бәлиғ булмағандар эше буйынса комиссия ағзаһы була.
Ҡатын-ҡыҙҙар советы рәйесе булараҡ, уға бик күп проблемалар менән күҙгә-күҙ осрашырға тура килә. Шул ваҡыттарҙа Миләүшә Муллаян ҡыҙы ата-әсәһенең, үҙенең ғаиләһендәге яҡшы мөнәсәбәт, бер-береңде аңлау күҙлегенән сығып, ғаиләләге аңлашылмаусанлыҡ, ир менән ҡатын араһындағы конфликттар, әсәйҙәр һәм балалар проблемаларына дөрөҫ баһа бирә, үҙенең төплө кәңәштәре менән ярҙам итә.
— Ниндәй генә хәл-ваҡиға булмаһын, миңә һәр ваҡыт уҡыған китаптарым ярҙам итте. Теге йәки был хәлдә нисек эшләргә, ни ҡылырға икән тип, әҫәрҙәр геройҙарына мөрәжәғәт иттем. Һәм һәр ваҡыт шуңа инандым: китап дөрөҫ, ул өйрәтә, аңлата, ярҙам итә. Китапханаға йөрөүселәр ҙә минең ошо һүҙҙәремде әленән-әле иҫбатлап тора, — ти Миләүшә Муллаян ҡыҙы. — Һәм әсәйемдең һүҙҙәре, тәрбиәһе. Үҙемдең эштәремдә лә, килеп тыуған хәлдәргә лә әсәйем күҙлегенән баһа бирәм. Ғүмерем буйына шулай итәм. Һәм, беләһегеҙме, бер тапҡыр ҙа яңылышманым.
Үҙе лә ниндәйҙер бер яҡшы әҫәр геройына оҡшап торған Миләүшә Муллаян ҡыҙы — китапхананың йөрәге. Ул — берләштереүсе лә, илһамландырыусы ла, талап итеүсе лә, кәрәк саҡта кәңәшсе лә, дуҫ та. Етәксе булып эшләү дәүерендә берҙәм, үҙ эшенең оҫталарынан торған татыу коллектив туплаған. Районда ниндәй генә ваҡиға булмаһын, айырыуса һуңғы пандемия йылын ғына алһаҡ та, нәҡ китапханасылар беренсе һыҙыҡта: улар үҙ вазифаларын башҡарыуҙан тыш, ирекмән дә, мәҙәни ойоштороусы ла, әүҙем өмәсе лә.
Әйе, үҙ һөнәрен дөрөҫ һайлаған Миләүшә Муллаян ҡыҙы. Эшен яратып башҡарырға уға ғаиләһендәге тыныслыҡ, ир бәхете ярҙам итә. Һөйөклө ҡатын, әсәй һәм өләсәй бит ул. Бер һүҙ менән әйткәндә, бәхетле ҡатын-ҡыҙ. Үҙенән яҡтылыҡ, нур, йылылыҡ бөркөп йәшәй Миләүшә Йәнгирова. Шулай йәшәй алыу үҙе бәхет түгелме?
— Бәхет! Ысын бәхет! — тип яуап бирер ине ул үҙе, уның асылы шул.