Йәнтөйәк
+30 °С
Болотло
Антитеррор
Общие статьи
28 Май 2021, 07:51

Республика колледждарының матди базаһы нығына

IX “Йәш профессиналдар” (WorldSkills Russia) – 2021 Милли чемпионатының финалынан һуң Башҡортостан колледждарында 100-ҙән ашыу яңы оҫтахана барлыҡҡа киләсәк. Уларҙа уҡытыу заманса һөнәри талаптарға тулыһынса яуап бирәсәк. Йәғни чемпионатты уҙғарыу өсөн һатып алынған барлыҡ ҡорамалдар республиканың уҡыу йорттарына бүлеп биреләсәк.

Шулай итеп, һөнәри белем биреү учреждениеларының матди-техник базаһы 70 проценттан ашыуға тиклем яңырыу кисерәсәк.
2013 йылдан Башҡортостан Республикаһы Ворлдскиллс Рәсәй хәрәкәтендә ҡатнаша һәм “Йәш профессионалдар” (WorldSkills Russia) милли чемпионаты һөҙөмтәләре буйынса илдең иң яҡшы ун төбәге исемлегенә инә. Шуға күрә быйыл IX Милли чемпионаттың финалын 21-25 июлдә Өфөлә уҙғарырға ҡарар ителде.
Башҡортостан Башлығы Указына ярашлы, республиканың 2024 йылға тиклем билдәләнгән социаль-иҡтисади үҫеш йүнәлештәренең береһе дөйөм, урта һөнәри, юғары һәм өҫтәмә белем биреү тармағын камиллаштырыуға, шул иҫәптән колледждарҙа WorldSkills стандарттарына ярашлы заманса матди-техник базаға эйә оҫтаханалар булдырыуға ҡайтып ҡала. Башҡортостанда әле үк “Мәғариф” милли проектына ярашлы алынған грант иҫәбенә – 67, төбәк бюджеты иҫәбенә 30 заманса оҫтахана асылған. Белеүебеҙсә, был проекттар ил Президенты Владимир Путиндың май указдарына ярашлы тормошҡа ашырыла. “Йәш профессионалдар” (WorldSkills Russia) милли чемпионатынан һуң оҫтаханаларҙың дөйөм һаны 200-гә етәсәк.
– “Йәш профессионалдар” (WorldSkills Russia) милли чемпионаты беҙҙең өсөн мөһим бурыстарҙы уңышлы хәл итә – эшсе һөнәрҙәрҙең абруйын, һөнәри белем биреүҙең сифатын һәм көнәркәшлеген арттыра, төбәк-ара хеҙмәттәшлекте киңәйтә. Йылдан-йыл ул абруйлыраҡ һәм йөкмәткелерәк була бара. Айырыуса был сара конкурсанттар өсөн мөһим, улар үҙҙәрен һөнәри йәһәттән танытыу, яҡшы хеҙмәт хаҡы түләнгән перспективалы эш урыны табыу йәһәтенән яңы мөмкинлектәргә эйә. Улар шәхси һәм һөнәри йәһәттән үҫеү өсөн ҙур потенциалға эйә була, - тип билдәләне Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров.
Фото: tatarstan.ru
Автор: Гөлдәр Яҡшығолова
Читайте нас