Йәнтөйәк
+30 °С
Болотло
Антитеррор
Баш
Рус
Тат
Общие статьи
27 Май 2021, 10:59
ЙӨКЛӨ ҠАТЫН-ҠЫҘҘАР ҺӘМ БАЛАЛЫ ҒАИЛӘЛӘР ЯҢЫ ТҮЛӘҮҘӘР АЛА БАШЛАЙ
Рәсәй Президенты Владимир Путин балалы ғаиләләргә һәм йөклө ҡатын-ҡыҙҙарға ярҙам саралары тураһында законға ҡул ҡуйҙы.
Тейешле документ рәсми хоҡуҡи мәғлүмәт интернет-порталында
баҫылған
.
Документҡа ярашлы, 1 июлдән һигеҙ йәштән 17 йәшкәсә бала тәрбиәләгән тулы булмаған ғаиләләргә республикала балалар йәшәү минимумының яртыһы күләмендә айлыҡ түләүҙәр ҡаралған. Был ил буйынса уртаса 5,6 мең һум.
Бынан тыш, 1 июлдән 12 аҙнаға тиклем йөклөлөк буйынса медицина ойошмаһына иҫәпкә баҫҡан ҡатын-ҡыҙҙар ай һайын йәшәү минимумынан 50% ала башлай.
1 сентябрҙән һигеҙ йәшкә тиклемге балаларҙы ҡарау буйынса эшкә яраҡһыҙлыҡ ҡағыҙы уртаса эш хаҡынан 100% күләмендә түләнә.
РИА Новости
хәбәр итеүенсә
, Федерация Советының социаль сәйәсәт комитеты рәйесе Инна Святенко ошо түләүҙәрҙе һәм пособиеларҙы ваҡытында һәм тулы күләмдә алыу өсөн Дәүләт хеҙмәттәре порталында ғариза бирергә кәрәклеген белдерҙе.
https://shonkar.rbsmi.ru/news/Y-kl--atin-i-ar--m-balali-ail-l-r-ya-i-t-l--r-ala-bashlay-809507/?utm_source=vk&utm_medium=social&utm_campaign=13743478
Читайте нас
Партнеры
Фотобанк журналистов РБ
Рубрика "Еда и напитки"
Рубрика "Животные"