Районыбыҙҙың фермер хужалыҡтары һәм ауыл хужалығы предприятиелары тоҡомло мал үрсетеүгә ныҡлы иғтибар бирә. Яҡуп ауылында йәшәүсе Рәшит Әбүбәкеровты күптәр белә. Ул “Эш башлаусы фермер” программаһы буйынса грант алып, әлеге көндә тоҡомло йылҡы малы үрсетеү менән шөғөлләнә.
Рәшит Ғәйнулла улы 1967 йылда Яҡуп ауылында тыуған. Бала саҡтан хеҙмәт сынығыуы ала, үҫә төшкәс колхозға ярҙамлаша башлай. Шунлыҡтан ауыл малайына мәктәпте тамамлағанда ниндәй һөнәр һайларға тигән һорау тыумай. Ике йыл намыҫ менән армия хеҙмәтен үтәп ҡайта. Башҡорт ауыл хужалығы институтын тамамлап, инженер-механик һөнәрен үҙләштергән егет тыуған яғына ҡайтып төпләнә. Йәш белгес “Яҡуп” колхозында хеҙмәт юлын башлай, бер аҙҙан уны ошо хужалыҡтың рәйесе итеп ҡуялар.
Ойоштороу һәләтенә эйә, талапсан, яуаплы кеше булараҡ, Рәшит Ғәйнулла улы ниндәй генә эш башҡармаһын, үҙ бурыстарын намыҫ менән, еренә еткереп үтәй. 2007 йылдан ул “Ҡариҙел” МТС-ын етәкләй, биш йылдан “Агросервис” МУП-ына күсә. 2016 йылдан крәҫтиән (фермер) хужалығын ойоштора. Әлеге ваҡытта фермер бөртөклө ашлыҡ етештереү йүнәлеше буйынса ла эшләй. Шулай уҡ ул Ҡариҙел районы хужалыҡтарына яҙғы сәсеү һәм ураҡ ваҡытында ярҙам күрһәтә. Уның ҡарамағында ауыл хужалығы билдәләнешендәге 459,7 гектар ер һәм ҡуртымға алынған бина бар.
2019 йылда Рәшит Әбүбәкеров “Эш башлаусы фермер” программаһында ҡатнашып, грантҡа эйә була һәм шул аҡсаға Дүртөйлө районындағы ауыр йөк ташыусы аттар үрсетеүсе “Вәлиев тоҡомсолоҡ заводы”нан 19 баш тоҡомло тай һәм нәҫел айғыры һатып ала. Был малдар бик тә сыҙам, ҙур кәүҙәле һәм көслө булыуҙары менән айырылып тора.
Бөгөн иһә фермер тырыш хеҙмәтенең һөҙөмтәләре тураһында ҡыйыу һөйләй ала. Әлеге ваҡытта аттар һаны 60 башҡа еткән. Итләтә файҙаһын күрә башлаған, ат итенән ҡаҙылыҡ та һатыуҙа яҡшы үтә. Бизнес-план буйынса Рәшит Әбүбәкеров йылҡы көтөүен биш йыл эсендә 80 башҡа еткерергә ниәтләй. Ул үҙенә ит өсөн ат үрсетеүҙе маҡсат итеп ҡуйған. Был хәҙерге заманда бик перспективалы йүнәлеш, сөнки ат итенә ихтыяж ҙур, бигерәк тә мосолмандар араһында. Ныҡышмал фермерҙың пландары, һис шикһеҙ, тормошҡа ашыр. Көндәлек тырыш хеҙмәт, алға маҡсат ҡуйып йәшәү, ныҡлы ихтыяр көсө Рәшит Ғәйнулла улына үҙ эшен үҫтереүҙә ҙур уңыштарға ирешергә ярҙам итәсәк.
Рәшит Әбүбәкеров 1990 йылда Баҡалы районы Ахман ауылы ҡыҙы Ольга менән ғаилә ҡора. Йәштәр Яҡуп ауылында төпләнә. 1999 йылдан алып улар ике ҡатлы иркен матур йортта йәшәй. Ольга Аркадьевна Иҫке Аҡбүләк мәктәбендә оҙаҡ йылдар география, тарих, рус теленән балаларға белем бирә. Әбүбәкеровтарҙың ғаилә ҡороуына 31 йыл булған, улар ике ул һәм ҡыҙ тәрбиәләп үҫтергән. Өлкән улдары Эдуард ауыл хужалығы институтының инженер-механик факультетын тамамлап, атаһы етәкләгән фермер хужалығында эшләй. Ҡыҙҙары Светлана ла шул уҡ юғары уҡыу йортоноң муниципаль идара итеү бүлеген тамамлаған, Бөрө ҡалаһында полиция хеҙмәткәре. Кесе улдары Денис Ҡариҙел ауылында Башҡорт ауыл хужалығы һөнәрселек колледжында тракторсы-машинист һөнәрен үҙләштерә, әлеге көндә атаһы хужалығында практика үтә.
Күп нәмә нәҫелдән, ҡандан килә. Бер ҙә юҡҡа ояһында ни күрһә, осҡанында шул булыр, тимәйҙәр. Ғаилә башлығы үҙе лә тырыш, маҡсатсан, балалары күңелендә лә хеҙмәткә, ауыл тормошона һөйөү тәрбиәләп, эшкә өйрәтеп үҫтергән.