Ҡала Мәҙәниәт йортонда мәктәп уҡыусылары һәм студенттар йыйылған. Чернобыль атом электр станцияһында иң ҙур техноген һәләкәт эҙемтәләрен бөтөрөүҙә ҡатнашҡандар почетлы урынға ултырған.
Әлеге ваҡытта Бөрө ҡалаһынан Чернобыль һәләкәте эҙемтәләрен бөтөрөүҙә ҡатнашҡан 45 кешенең 33-ө иҫән. Залдағылар уларҙы ихлас алҡышланы. Район хакимиәте башлығы Антон Талалов ликвидаторҙар төркөмөнә уларҙың героик хеҙмәте һәм батырлығы өсөн йылы тәбрикләү һүҙҙәре әйтеп, Почет грамоталары тапшырҙы.
Ҡала һәм райондың чернобылсылар йәмғиәте рәйесе Азат Ғиндуллин 35 йыл элек булған фажиғәне иҫкә төшөрөп, байтаҡ Рәсәй кешеһенең үҙенең ғүмере һәм сәләмәтлеге хаҡына атом станцияһындағы эҙемтәләрҙе бөтөрөүҙә ҡатнашыуы тураһында һөйләне. Ул Бөрө чернобылсыларының проблемаларын хәл итеүҙә ярҙам күрһәткән район хакимиәте башлығы Антон Талаловҡа, Бөрө үҙәк район дауаханаһының элекке шәфҡәт туташы Валентина Похуноваға, Башҡортостан Республикаһы Халыҡты социаль яҡлау үҙәгенең Бөрө филиалы директоры урынбаҫары Лариса Рощинаға Почет грамоталары тапшырҙы.
Сарала ҡатнашыусыларға Чернобыль фажиғәһе тураһында күрһәтелгән фильм көслө тәьҫир итте. 1986 йылдың 26 апрелендә урындағы ваҡыт менән сәғәт төнгө 2-се 23 минутта атом электр станцияһының дүртенсе энергия блогында шартлау яңғырай. Бина тулыһынса емерелә. Реактор “ҡапҡасы” — бер мең тирәһе тонна ауырлыҡтағы бетон плитә постаменттан ҡуптарылып сыға. Атмосфераға 190 тоннаға яҡын радиоактив матдә тарала. Был ҡот осҡос һәләкәт ҡаза килтереп кенә ҡалманы, күпме кеше радиацияға дусар булды. Нурланыш бер кемде лә аяманы, уның эҙемтәләрен бөтөрөүҙә ҡатнашҡан ир-егеттәрҙең күбеһе йәшләй генә мәрхүм булды.
Ошо турала фильм ҡарағанда хатта шаян үҫмерҙәр ҙә тынып ҡалды һәм экрандан күҙҙәрен алманы. Ә унда — ҡарасҡыға әйләнгән Припять ҡалаһы, станциянан бер километр йыраҡлыҡта үҫкән урмандарҙың радиациянан һарғайып көйөүе, һәләкәт эҙемтәләрен бөтөрөүгә тәүгеләрҙән булып сафҡа баҫҡан кешеләрҙең нур ауырыуынан үлеүе. Ҡолаҡ тондорғос шартлауҙы һәм үлемес төтөндө һүрәтләгән кадрҙар Бөрө шағиры Александр Хватковтың шиғырҙары, алып барыусылар биргән өҫтәмә мәғлүмәттәр менән тулыландырылып барҙы. Ҡала Мәҙәниәт йорто артистарының да моңло йырҙары ошо темаға арналды.
Залда ултырыусылар радиация аварияһында һәләк булғандарҙы тын тороп иҫкә алды. Чернобылсы Азат Ғиндуллин әйтеүенсә, башҡаса бер быуын да бындай һәләкәт менән осрашмаһын. Ул ваҡытта Рәсәй ғалимдары, белгестәре, эшселәре һәм хәрби хеҙмәткәрҙәре Чернобыль АЭС-ындағы фажиғә эҙемтәләрен бөтөрөү бурысын ҡаһармандарса фиҙаҡәр үтәмәһә, ҡаҙа күләме байтаҡ күп булыр ине. Был һәләкәт беҙҙең өсөн фәһем булһын.