Ғәлинур Фәхерәзи улы 1941 йылдың 23 мартында Бағаҙы ауылында тыуған. Атаһы һуғышҡа киткәндә биш айлыҡ ҡул балаһы булып ҡала. Фәхерәзи Ғәлимйән улы 1049-сы уҡсы полктың 300-сө уҡсы дивизияһында хеҙмәт итә. 1943 йылдың 1 ғинуарында һәләк була. Һуғыш йылдарының әсеһен ныҡ татырға тура килә уға. Әсәһе лә бик йәшләй үлә. Шулай ҙа малай ете класс уҡып белем ала. Бала саҡтан ул эшкә егелә, көтөү көтә, ҡулынан килгән бар эште ле башҡара. Тыуып-үҫкән ауылын ташламай, ауыл хужалығында эшләп хаҡлы ялға сыға. Тормош иптәше Сәғирә Шанияҙ ҡыҙы менән 52 йыл бергә татыу ғүмер итәләр. Ике балаға ғүмер биреп, тәрбиәләп үҫтерәләр.
Сәғирә Шанияҙ ҡыҙы Ҡариҙел совхозында һауынсы булып эшләй. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, уның мәрхүм булыуына быйыл биш йыл тулды. Ғәлинур Фәхерәзи улы ғүмер буйы малсылыҡта эшләп хаҡлы ялға сыға. Ауыл унғандарының лайыҡлы хеҙмәт юлы тураһында күп һанлы грамоталары, социалистик ярыштарҙа еңеүсе билдәләре, рәхмәт хаттары һөйләй. Улар ғаилә архивында ҡәҙерләп һаҡлана.
Бала ҡайғыһы ла урап уҙмаған үҙҙәрен: Тимерғәле улдарын юғалтыуҙы бик ауыр кисерәләр. Ғәлинур Фәхерәзи улы — матур ғүмер юлы үткән ҙур хөрмәткә лайыҡ ветеран. Киләсәктә беҙ уның һау-сәләмәт булып, оҙаҡ йылдар яҡындарын ҡыуандырып йәшәүен теләйбеҙ.