Һалдат хәрби хеҙмәтен Көньяҡ-көнбайыш фронтының 777-се саперҙар полкында башлай. Тиҙ арала химия буйынса белем һәм күнекмәләр алғандан һуң Ғ. Кәмилйәнов иптәштәре менән бергә авиация полктарын яндырғыс матдәләр менән тәэмин итеү өсөн ебәрелә. Сталинград эргәһендә Ғәйнелйән Камилйән улы үҙенең отделениеһы менән ете меңдән ашыу АЖ-2 ампулаһын яндырғыс һыйыҡса менән тултыра. Орел, Курск яҡтарында барған ҡаты һуғыштар ваҡытында, һуңынан һөжүм итеү операцияларында ла яугир армияны яндырғыс матдәләр менән тәьмин итеү часында хеҙмәт итә. Алыштарҙың береһендә Ғ. Камилйәнов ҡаты яралана. Биш ай госпиталдә дауаланғандан һуң яңынан хәрәкәттәге армияға әйләнеп ҡайта. Махсус билдәләнештәге 15-се айырым рота составында химик булып хеҙмәт итә. Сталинград, Курск, Минск, Польша аша үтә. Берлинды алыу операцияһында ҡатнаша. Фронттан һалдат трофей итеп бер сынаяҡ алып ҡайта, унда “Вера” тип яҙылган була. Ауыр һуғыш көндәрендә һалдаттарҙың еңеү килеүен көтөүен, уға ышаныуын иҫкә төшөрөп торған был әйберҙе фронтовик ҡырыныу өсөн файҙаланып йәшәгән. Һуңынан ейәнсәре был трофейҙы Нижневартовск ҡалаһындағы йәмәғәт музейы комплексына тапшыра. Һуғыштағы ҡыйыулығы һәм өлгөлө хеҙмәте өсөн ефрейтор Ғәйнелйән Камилйәнов “Сталинградты обороналаған өсөн”, “Хәрби хеҙмәттәр өсөн” миҙалдары менән бүләкләнә. Һуғыштан һуң бакенсы, һал ағыҙыусы булып эшләгән. Тормош иптәше Марфуға Сәғәҙи ҡыҙы менән 10 бала тәрбиәләп үҫтергәндәр. Бөйөк Ватан һуғышы ветераны 1974 йылдың июлендә вафат була.