Оло йәштәге кешеләрҙе, ғәҙәттә, бала күңелле, үпкәсел була, тиҙәр. Бөйөк Ватан һуғышы ветераны Муллаян Фәми улы Фәмиев ундайҙарҙан түгел! Быға уның үҙ башынан кисергәндәре, үҙ күҙҙәре менән күргәндәре ныҡ тәьҫир иткәндер.
Райондың маҡтаулы гражданы, 40 йылға яҡын колхозда бригадир, ферма мөдире һуғышта күргәндәрен һәм үҙ башынан кисергәндәрен һөйләне.
Һуғыш башланғанда миңә 16 йәш ине. Колхозсы булып эшләй башлаған сағым. Ҡояш байығанда эштән ҡайтып киләбеҙ, ҡаршыға колхоз рәйесе осраны һәм һуғыш башланыуы хаҡында хәбәр итте. 1944 йылда мин һуғышҡа киттем. Тәүҙә Покровка ҡалаһы янында ҡыҫҡа ваҡытлы хәрби уҡыуҙар үтеп, “Катюша”ның серҙәренә төшөнөп, шунан Украина фронтына ебәрҙеләр. Украина аша Венгрияға барҙыҡ. Совет һалдатының ышанысы булған “Катюша”ны ул был була ҡалһа, дошман ҡулына төшөрмәү — беҙгә бурыс итеп ҡуйылғайны. Шуға күрә беҙ һәр ваҡыт әҙер булып, снарядтарҙы ла запаста тота инек.
Фронт яландарында бик күптәр баштарын һалды, хатта бергә киткән егеттәр ҙә яу яланында ятып ҡалды. Ҡот осҡос хәл булды яуҙа. Биш кешенән торған командала иң йәше мин инем. Шуға ла миңә ололар һәр ваҡыт “сынок” тип кенә өндәшә ине. Бер-беребеҙҙең күҙ ҡарашынан аңлап, дошманды тар-мар итеп, илебеҙгә тыныслыҡ яулауҙа ҡатнашыуыма мин шатмын, — тип, хәтирәләре менән уртаҡлашты ветеран.
Дошмандарҙы ҡыуа-ҡыуа Венгриянан Австрияға йүнәләләр. Бузова янында, урман буйында хәрби бойороҡ көтөп торғанда, дивизия командиры һуғыш туҡтағанын — Еңеү хәбәрен еткерә. Бирелә ай торғандан һуң ҡайтыр яҡҡа боролалар. Айҙар буйы ҡайта-ҡайта Украинаға етәләр, артабан Свердловскийға уҡыу-танк ротаһына киләләр. 1947 йылда Пруссияға ебәрәләр. Ошонда хәрби хеҙмәт үтеп, тыуған ауылына әйләнеп ҡайта.
Һуғыш тамамланғас, иң беренсе ололарҙы ҡайтарҙылар. Был яҡшы сәйәсәт. Уларға яҡындары өсөн ҡапсыҡҡа күстәнәс тә һалдылар. — Муллаян Фәми улы саҡ ҡына илап ебәрмәне. Күңеленә иһә балалар һәм ҡатын-ҡыҙҙарҙың аяныслы яҙмыштары айырыуса ныҡ инеп ҡалған. — Оркестр уйнай. Беҙ ололарҙы оҙатабыҙ. Бер эшелонды, икенсеһен... Улар беренсе ҡайтты. Һуғышҡа алынған миллионлаған кешене бер юлы ҡайтарып булмай бит инде! Йылдар буйы ҡатты улар. Ҡайһы берҙәре яраланған, бик күптәре оҙаҡ йәшәй алманы. Муллаян ағай һуғыш бөтөп, бер аҙ ваҡыт уҙғас, 1954 йылда ауылдашы Зәйнәп менән ғаилә ҡора. Өс малай, ике ҡыҙ тәрбиәләп үҫтерәләр. Һуғыштан һуң ул тәүҙә Стәрлетамаҡ яғында эшләп, әсәһенә ярҙамлаша. Артабан кире тыуған ауылына ҡайтып, колхозда эш башлай. 40 йылға яҡын бригадир стажы булған ағай бөгөн дә ауылдаштарының ҙур ихтирамын тойоп йәшәй. Ниндәй генә эш булмаһын, өмәме йәки йыйылышмы, иң тәүҙә ауылдаштары кәңәш һорап Муллаян Фәми улына килә. Уңған, етеҙ ветеран ”Хәрәкәттә — бәрәкәт” тигән халыҡ әйтеменә таянып йәшәй. Оло йәштә булыуына ҡарамаҫтан, ҡул ҡаушырып ултырмай, бал ҡорттары ҡарай. Иртәнән кискә тиклем улы Риза янында баҡса эштәрендә ярҙамлаша.
Һуғыш афәте тураһында күпме генә һөйләһәң дә аҙ кеүек, сөнки уның килтергән зыяны тураһында әйтеп бөтөргөһөҙ. Минең бабайҙарым да һуғышта ҡатнашҡан, улар ҙа ветерандар, улар ҙа ҡаһармандар! Беҙҙең илдәге һәр кемдең ғаиләһендә шулай.