Еңеү совет халҡынан иҫәпһеҙ-һанһыҙ ҡорбандар талап итте. Фронтта һалдаттар тиңһеҙ батырлыҡ күрһәтһә, тыл эшсәндәре иҫ киткес түҙемлек, фиҙаҡәрлек менән эшләне, фронтҡа ярҙам итте. Хәҙер инде олоғайған, күптәре ярҙамға мохтаж ветерандарыбыҙҙы беҙ оноторға тейеш түгел. Бөйөк Еңеү көнө шаһиттары арабыҙҙа йылдан-йыл кәмей бара. Әлеге көндә районда Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашҡан өс ветеран йәшәй. Шуларҙың береһе — Әнғәм Ғайса улы Ғайсин.
Әнғәм Ғайса улы Тигермән ауылында йәшәй. Ул ошонда 1926 йылдың 3 сентябрендә тыуған. Тигермәндә башланғыс класты тамамлағандан һуң уҡыуын Хәлил ауылында дауам итә. 14 йәше тулғас, уны колхозға хисапсы итеп алалар. Ә 1944 йылдың 20 мартында армия сафына саҡырыла. Кавказ фронтында һауа һөжүменә ҡаршы ғәскәрҙәрҙә хеҙмәт итә, зенитсы була. Фашистарҙы еңеп Еңеү яулағандан һуң да, 1950 йылға тиклем Ҡораллы Көстәр сафында хеҙмәтен дауам итә.
Һуғыштан һуң Әнғәм Ғайса улы бер нисә һөнәр үҙләштерә һәм ауыл хужалығын тергеҙеүҙә ҡатнаша. Ул заправкалаусы, иҫәпсе, умартасы, ауыл Советы секретары, урмансы эштәрен оло яуаплылыҡ менән башҡара. Тигермән һәм Байҡы-Юныс ауылдары араһындағы юл буйында үтеп йөрөүселәрҙе һоҡландырып, ветеран һәм уның ауылдаштары, уҡыусылар тырышлығы менән ултыртылған ҡарағай һәм шыршы урманы шаулап үҫә.
Әнғәм Ғайса улының тормош иптәше Зәйнәп Әғәләм ҡыҙы ла Еңеүҙе яҡынайтыуға үҙ өлөшөн индергән хөрмәтле тыл эшсәне. Колхозда төрлө эштәр башҡарып, хаҡлы ялға сыҡҡан хеҙмәт ветераны ул. Зәйнәп Әғәләм ҡыҙы биш сабыйға ғүмер бүләк иткән хәстәрлекле, изге күңелле әсә лә.
Әлеге көндә Зәйнәп һәм Әнғәм Ғайсиндар бер-береһенә терәк булып, Тигермен ауылында улы Әнғәт менән килене Нәркизә тәрбиәһендә матур, тыныс ҡартлыҡ кисерә. Хөрмәтле ветеран Әнғәм Ғайса улы быйыл 95 йәшен билдәләй. Уға балаларының, яҡындарының бары тик ҡәҙер-хөрмәтен күреп кенә йәшәргә яҙһын.