Йәнтөйәк
+30 °С
Болотло
Антитеррор
Общие статьи
30 Апрель 2021, 09:23

Журналистар аллеяһы гөрләп үҫһен!

Өфөнөң Урмансылар паркында республиканың киң мәғлүмәт саралары хеҙмәткәрҙәре Журналистар аллеяһына нигеҙ һалды: “Башинформ”, республика гәзит-журналдары, радио һәм телевидение вәкилдәре 60-ҡа яҡын төп ағас ултыртты.

Сара “Йәшел Башҡортостан”, “Хә­тер баҡсаһы” акцияларына ярашлы уҙғарылды. Башҡортостан Урман хужа­лығы министрлығы аллея өсөн ҡарағай үҫентеләрен Кушнаренко районынан алып килгән, улар шулай уҡ кәрәкле ҡорамалдар менән дә тәьмин итте.

Паркта ағас ултыртыу эше 2018 йылда башланғайны. 2019 йылдың 28 майында Башҡортостан Журналистар союзы менән Урман хужалығы министрлығы араһында хеҙмәттәшлек итеү тураһында килешеү төҙөлдө.

“Быйыл Урмансылар паркына нигеҙ һалыуға 55 йыл тула. Журналистар аллеяһын ошо юбилей йылында булдырыу айырым әһә­миәткә эйә. Был урмансылыҡ традицияларын һәм күсәгилешен һаҡлауға ынтылышты күрһәтә. Хеҙмәт коллек­тив­тарының, йәмәғәт ойошмаларының акцияға ҡушылыуы ҡыуаныслы, улар республикабыҙҙа йәшеллекте һаҡ­лауға, арттырыуға тос өлөш индерә”, – тине Урман хужалығы министр­лығының матбуғат хеҙмәте етәксеһе.

Ағас ултыртыусыларға паркта ял иткән балалар ҡушылды. Бәлки, улар араһында ла буласаҡ журналистар барҙыр. Эште тамамлағас, күмәкләшеп фото төштөләр.

“Быйыл “Үҙеңдең ағасыңды ултырт” акцияһын бында дауам итергә ҡарар ҡылдыҡ. Ҡарағай үҫентеләрен һай­ла­ныҡ, сөнки улар яҡшыраҡ ерегеп үҫеп китә. Аллея йәшәргә һәм үҫергә тейеш, беҙ уны ҡарап торасаҡбыҙ. Ҡала хакимиәте менән килешеп, парктың исеме яҙылған арка урынлаштырырға уйлайбыҙ”, – тине Башҡортостан Журналистар союзы рәйесе Вәдүт Исхаҡов.

Башҡортостан Урман хужалығы министрлығы мәғлүмәттәре буйынса, республикала “Йәшел Башҡортостан” һәм “Хәтер баҡсаһы” акцияларына ярашлы 960 мең төп ағас ултыртылған.

Артур ХӘСӘНОВ, “Йәшлек” гәзитенең баш мөхәррире:
– 2019 йылда Башҡортостандың Урман хужалығы ми­нистр­лығының матбуғат хеҙмәте етәксеһе Айрат Искәндәров журналистар менән ағас ултыртыуҙы ойоштороу тәҡдиме менән сыҡҡайны. Беҙгә ул фекер оҡшаны. Ул йылда Өфөлә урынлашҡан барлыҡ Рәсәй һәм Баш­ҡортостан матбуғаты саралары вәкилдәре унда үҙенең ағасын ултыртҡайны. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, әле һигеҙ ағас ҡына ерегеп үҫеп киткән. Быйыл бик һәйбәт булды, сөнки Кушнаренко районынан алып киленгән ҡарағай үҫентеләре ныҡ күренә, бик матурҙар. Беҙ Урмансылар паркы картаһында Журналистар аллеяһы ныҡлы урын алһа, бик шат булырбыҙ. “Йәшлек” гәзите бындай эштәрҙе һәр ваҡыттағыса хуплап ҡаршы ала. Киләсәктә унда барып, коллектив менән ял итеп ҡайтырға уй бар.

Рәдис НОҒОМАНОВ, “Өмөт” гәзитенең баш мөхәррире:
– Башҡортостандың тәбиғәте матур. Өфөнө электән илдәге иң йәшел ҡалаларҙың береһе тип әйтә киләләр. Беҙ уның менән ғорурланабыҙ. Әле бейек-бейек йорттар төҙөлә, шулар араһында йәшел парктарҙың булыуы бик кәрәк. Был йәһәттән беҙ, журналистар, үҙебеҙҙең тос өлөшөбөҙҙө индерә алыуыбыҙ менән ғорурланабыҙ. Ҡайҙа ғына эшләүенә ҡарамаҫтан, һәр кеше ағас ултыртыуҙа ҡатнашырға бурыслы. Был – бик изге ғәмәл, сөнки йәшеллек – ул сәләмәтлек нигеҙе. Бөгөн Өфөлә автомобилдәр һаны артҡандан-арта, шуға ла һауаны таҙартыу мәсьләһенә иғтибар итеү мөһим. Башҡортостан Журналистар союзының ошо күркәм эште ойоштороуына шатмын. Беҙ киләсәктә лә бындай сараларҙа әүҙем ҡатнашасаҡбыҙ.

Ләйлә АРАЛБАЕВА, “Башинформ” мәғлүмәт агентлығының күҙәтеүсеһе:
– Мин был экологик акцияла икенсе тапҡыр ҡатнашам. Хеҙмәттәштәрем менән бергә килеп ағас ултыртыу – бик яҡшы, изге эш. Ағас ултыртҡан һайын күңелдә ниндәйҙер йылы тойғо барлыҡҡа килә – ер шарын яҡшыртыуға, та­ҙа­раҡ, йәшелерәк итеүгә үҙебеҙҙең бәләкәй генә булһа ла өлө­шөбөҙҙө индерәбеҙ. Урмансылар паркына килгән һайын ултыртҡан ағастарымды ҡарап үтәсәкмен. Беҙ ултыртҡан ҡарағайҙар паркта ял итеүселәргә эҫе көндә – күләгә, һал­ҡын­да елдән ышыҡ булыр. Журналистар аллеяһы гөрләп үҫһен!
Читайте нас