— Шамрат ауылында йәшәгән олатайым Хәтмулла Хәтмуллин һуғышҡа өс улын оҙата. Өлкән улы Ғәйнелйән хәбәрһеҙ юғала, һуғыштан һуң эҙәрмәндәр уның ҡәберен таба. Улдары Ҡазыхан менән Карам (минең атайым) фронттан иҫән ҡайта.
Карам Хәтмулла улы 1924 йылдың 5 сентябрендә тыуған. 1942 йылдың авгусында Ҡораллы Көстәр сафына саҡырыла. Разведкала снайпер, радист булып хеҙмәт итә. Еңеүҙе Германияла ҡаршы ала. 1945 йылдың 24 июнендә Еңеү Парадында ҡатнаша. 1947 йылда демобилизациялана. «1941-1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышында Германияны еңгән өсөн», «Хәрби хеҙмәттәре өсөн», «Батырлыҡ өсөн» һәм башҡа миҙалдар менән бүләкләнгән. «Батырлыҡ өсөн» миҙалын немец штабын шартлатҡан һәм алты фашист офицерын, ошо иҫәптән бер генералды әҫирлеккә төшөргән өсөн тапшыралар.