Осрашыу йылы, дуҫтарса мөнәсәбәттә үтте. Ветеран уҡыусыларға аяуһыҙ һуғыш йылдары, Тыуған ил өсөн һуғышта һәләк булған хәрби иптәштәре тураһында һөйләп, 1945 йылдың 9 май көнөндәге хистәре тураһында хәтирәләре менән уртаҡлашты. Балалар ветеранға рәхмәт әйтеп, яҡынлашып килгән Еңеү көнө менән ҡотланы һәм тыныс ҡартлыҡ теләне.