Йәнтөйәк
+30 °С
Болотло
Антитеррор
Общие статьи
29 Апрель 2021, 04:53

«Георгий таҫмаһы» акцияһы старт алды

Акция йыл һайын Рәсәй төбәктәрендә Еңеү көнө алдынан ойошторола.

Был — хәрби дан символы, Бөйөк Ватан һуғышында Еңеү яулаған һәм батырлыҡ күрһәткән яугирҙарыбыҙға хөрмәт билдәһе.
Балтас районында "Романтик" үҫмерҙәр клубы хеҙмәткәрҙәре, “Йәшармиясылар” һәм Төньяҡ -көнбайыш ауыл хужалығы колледжы студенттары менән берлектә таҫмалар тарата башланы.
Шулай уҡ акцияла ҡатнашыусыларға "Георгий таҫмаһы" тураһында һорауҙарға яуап алып, таҫманы дөрөҫ йөрөтөү буйынса кәңәштәр ҙә бирелде.

Гөлназ Ғәлләмова.
Читайте нас