Йәнтөйәк
+30 °С
Болотло
Антитеррор
Общие статьи
27 Апрель 2021, 10:24

Уны һәр саҡ көтөп алалар

Флүрә Садыҡова 28 йылдан ашыу арымай-талмай почтальон булып эшләй

Район гәзите редакцияһы эшмәкәрлегенең уңышы ауыл почтальондарының сифатлы эшенә туранан-тура бәйле. Бигерәк тә матбуғатҡа яҙылыу кампанияһы ваҡытында был асыҡ күренә. Флүрә Садыҡова һымаҡ үҙ эшен ҙур яуаплылыҡ менән башҡарған хат ташыусылар гәзиттәрҙең ышаныслы терәге.
Һабанкүл ауылында йәшәүсе Флүрә Нәбиулла ҡыҙы бына 28 йылдан ашыу Ҡараяр почта бүлексәһендә хат ташыусы булып эшләй. Ул уңған, яуаплы хеҙмәткәр ҙә, ышаныслы тормош иптәше лә, хәстәрлекле әсә лә. Хеҙмәттәштәре лә үҙен хөрмәт итә. Һабанкүл, Ҡараяр, Йүрүҙән ауылдары халҡына гәзит-журналдар тарата ул.
— Һәр кемгә тыуып-үҫкән ере иң ҡәҙерлеһе. Бала саҡтан гүзәл тыуған яғымдың шаулы урманына, бейек тауҙарына ғашиҡ булып, йәшел сирәмендә аунап үҫкәнгәлер, күңелем ситкә тартылманы, бала сағым һәм йәшлегем дә шунда үтте, бәхетемде, ғүмерлек юлдашымды ла шунда осраттым, — тип ҡыуанып һөйләй ул.
Флүрә Нәбиулла ҡыҙы урта мәктәпте тамамлағас та, 17 йәшенән, бүрәнә ағыҙған ерҙә ҡабул итеүсе булып хеҙмәт юлын башлай.
1985 йылда Ғазинур Нурғәле улына кейәүгә сыға. Йәштәр ошо ауылда төпләнеп, бөгөнгәсә шунда иңгә-иң терәп татыу ғүмер итә. Садыҡовтар яңы йорт һалып ингән, ул һәм ҡыҙ тәрбиәләп үҫтергән. Балаларының икеһе лә башлы-күҙле булып, эшләп йөрөй.
Флүрә Нәбиулла ҡыҙы хәстәрлекле ҡатын, ҡунаҡсыл хужабикә. Ғаиләһе, яҡындары, туғандары өсөн өҙөлөп тора. Икеһе лә тырыштар, мал ҡарайҙар, ҡош-ҡорт үрсетәләр, баҡса эшкәртеп, мул уңыш алалар, ҡортсолоҡ менән шөғөлләнәләр.
— Эшем үҙемә бик оҡшай. Ауылдаштар, бигерәк тә оло кешеләр, рәхмәт әйтеп, мине дәртләндереп тора. Корреспонденция менән бергә пенсионерҙарға аҙыҡ-түлек тә илтәм, ут өсөн квитанцияларын түләйем. Ауылдаштарым баҫмаларҙы алдыра, бөтәһе лә тиерлек район гәзитенең даими яҙылыусыһы. Хәҙер алты район яңылыҡтарын яҡтыртҡан “Йәнтөйәк”те лә яратып уҡыйҙар, — ти Флүрә Нәбиулла ҡыҙы.
“Беҙҙең Флүрәбеҙ — тыныс холоҡло, изге күңелле почтальон, осрашҡанда һәр саҡ йылмайып, һаулыҡ һорашып китә, — тиҙәр уның хаҡында гәзитебеҙ дуҫтары. — Беҙ уны көтөп алабыҙ. Эшен намыҫ менән башҡарғанға гәзиттәргә ҙур теләк менән яҙылабыҙ”.
Нәҡ шулай, почтальондың эше ни ҡәҙәр кәрәкле булыуын ауыл кешеһе һәйбәт аңлай. Почта йәшнигенән яңы гәзит алғанда, иң тәүҙә, хат ташыусыны иҫкә төшөрәбеҙ, тимәк, ул килгән, тип уға иҫәнлек теләйбеҙ, рәхмәттәр уҡыйбыҙ.
Люция КАРАМОВА.
Читайте нас