Йәнтөйәк
+30 °С
Болотло
Антитеррор
Общие статьи
27 Апрель 2021, 09:39

Окоптан яҙылған шиғырҙар

Бөрөнөң медицина-фармацевтика колледжы студенттары хәрби шиғриәт кисәһе үткәрҙе. Балалар һәм үҫмерҙәр китабы аҙналығы сиктәрендәге әҙәби-музыкаль композиция дөйөм спектаклгә әйләнде. Сараны китапханасы Татьяна Шерстобитова оҫта итеп әҙерләне һәм ҡуйҙы.

16 кеше ҡатнашҡан спектакль “Шиғырҙар һуғыш тураһында хәтер кеүек, күңелдәрҙе әле лә сиртә” тигән шиғыр юлдары менән башланды. Кисәне алып барыусылар 1941 йылдың 22 июненән ваҡыттың махсус иҫәп буйынса барыуын билдәләне. Ҡан ҡойғас һуғыштың оҙайлы 1418 көнө башлана. Бөйөк Ватан һуғышы бар халыҡ өсөн тоғролоҡ, батырлыҡ һәм ҡаһарманлыҡ үлсәме булды. Һуғыш тураһында йыр яңғырағас, тамаша залында тынлыҡ урынлашты.
Алып барыусылар артабан һөйләне. Һуғыштың беренсе көнөнән үк ҡәләм штыкка тиңләшә. Оло быуын шағирҙары, шулай уҡ әҙәбиәткә яңы ғына килгән, килеп тә өлгөрмәгән йәштәр ҙә һалдат шинеле кейә. Уларҙың шиғри ауазы һуғыштың башынан һуңғы көнөнә тиклем яңғырай. Спектаклдә ҡатнашыусылар һәм тамашасылар бергә героик биттәрҙе барланы. Студенттар башҡарыуында мәңге йәш килеш ҡалған Павел Коган, Борис Смоленский, Всеволод Багрицкий, Йосиф Уткин, һуғыштан ҡайтҡан Давид Самойлов, Юлия Друнина, Алексей Фатьянов, шулай уҡ башҡорт шағирҙары Хәким Ғиләжев, Ҡадир Даяндың шиғырҙары яңғыраны. Алып барыусылар тамашасыларҙы уларҙың тормош юлы менән таныштырҙы. Хәрби фильмдарҙан һәм хәрби хрониканан кадрҙар күрһәтелде.
Һандар уйландырырлыҡ та шул: яуҙа ҡатнашҡан 994 яҙыусы һәм шағирҙың 417-һе һуғыштан әйләнеп ҡайтмай. Уларҙың иң олоһона 49 йәш булһа, иң кесеһенә — 20. 21 шағирға Советтар Союзы Геройы исеме бирелә. Үлгәндән һуң бүләкләнгәндәр араһында татар шағиры Муса Йәлил дә була. Тамашасылар һәм сарала ҡатнашыусылар уларҙы бер минут тын тороп иҫкә алды. Сара Булат Окуджаваның “Һаҡлағыҙ һеҙ беҙҙе, шағирҙарҙы, һаҡлағыҙ...” шиғри юлдары менән тамамланды.
Ольга Платонова.
Степан Чиглинцев фотолары.
Читайте нас