Йәнтөйәк
+30 °С
Облачно
Антитеррор
Общие статьи
27 Апреля 2021, 11:51

4 – 7 майҙа эш хаҡын нисек түләйәсәктәр?

Был хаҡта республиканың Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығы түбәндәгеләрҙе белдерҙе.

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, Рәсәй Президенты Указына ярашлы, был көндәр эш көнө булмаһа ла, хеҙмәткәрҙәргә хеҙмәт хаҡын һаҡлап ҡалыу ҡаралған. Министрлыҡта “Башинформ” мәғлүмәт агентлығына белдереүҙәренсә, ойошмалар һәм власть органдары 1-нән 10 майға тиклем хеҙмәткәрҙәр һанын асыҡларға тейеш. Билдәләнеүенсә, хеҙмәткәрҙәрҙе эшкә уларҙың рөхсәтенән тыш та йәлеп итергә мөмкиндәр.
Был осорҙа эшләгәндәргә, был көндәрҙең байрам көндәре булмауы сәбәпле, ғәҙәтисә түләйәсәктәр, тип хәбәр итә “Башинформ”.
Фото: odeyala.com
Автор: Айһылыу Низамова
Читайте нас