Йәнтөйәк
+30 °С
Болотло
Антитеррор
Общие статьи
26 Апрель 2021, 12:01

Шиғри күңелле гүзәл зат

Ҡариҙел районы Муллаҡай ауылында йәшәүсе Мөғәллимә Зәйнетдинова 60 йәшлек юбилейын билдәләй

Мөғәллимә Миңнулла ҡыҙы 1961 йылда Асҡын районы Ҡушкүл ауылында тыуған. Уға ике йәш булғанда ғаиләләре Ҡубияҙға күсенеп килә. Ул биреләге мәктәпкә уҡырға инә һәм шунда белем ала.
  • Мәктәпте тамамлағас, фермаға эшкә барҙым. 20 йыл һауынсы булып эшләнем. Бала саҡтан китап уҡырға яраттым. 12 йәштән шиғыр яҙа башланым. Атай-әсәйем уҡыу-яҙыуға оҫта кешеләр ине. Башланғыс кластарҙа уҡыткан уҡытыусым Рәйфә Ғабдрахман ҡыҙына бик рәхмәтлемен. Ул беҙҙең ижади һәләтте үҫтереүгә күп көс һалды, — тип һөйләй юбиляр.
  • 1979 йылда Мөғәллимә Миңнулла ҡыҙы Ҡубияҙ ауылы егетенә кейәүгә сыға. Улар ике ҡыҙ тәрбиәләп үҫтереп, оло тормош юлына сығара. Хәҙер юбиляр хаҡлы ялда, ваҡытын бушҡа уҙҙырмай, илһамланып ижад итә.
    Люция Карамова.
    Ҡариҙел районы.
    Читайте нас