Йәнтөйәк
+30 °С
Болотло
Антитеррор
Общие статьи
26 Апрель 2021, 06:26

“Беҙҙе Еңеүгә өмөт йәшәтте”

Бөйөк Ватан һуғышы ветераны Алексей Ткачев үҙенең бер быуатлыҡ юбилейын билдәләй

Бөрө ҡалаһында йәшәүсе Алексей Васильевич Ткачев хәрби хеҙмәткә 15 йыл ғүмерен биргән. Воронеж өлкәһендә тыуып үҫкән егет 1941 йылда Кустанайҙа эске ғәскәрҙә хеҙмәт иткән. Ил ҡурҡыныс аҫтында була. Аяуһыҙ һуғыштар барған саҡта ул тылда ҡала алмай һәм дуҫтары менән фронтҡа ебәреүҙе һорап, Ворошиловҡа хат яҙа.

Маршал егеттәрҙең мөрәжәғәтенә ҡаршы килмәй. Үҙ ирке менән яуға китеүсе Алексейҙы Сталинградҡа ебәрәләр. Разведчик булараҡ, беренсе ҡабат яралана, ләкин стройҙа ҡала. Артабан Курск дуғаһы алыштарында ҡатнаша. Бында ул ут эсенә эләгә.

— Һөжүмдәр аяуһыҙ булды. Дошман күктән ут яуҙыра. Танктарҙың иҫәбе-һаны юҡ. Беҙҙе ҡыралар ғына, — тип иҫкә ала ул йылдарҙы Алексей Васильевич. — Кемдер танкка ҡаршы дүрт граната эләктерҙе лә алға уҡталды. Командир һалдатты туҡтатты, бының менән генә еңеп булмай тигән кеүек. Үҙеңдең ғүмереңде генә ҡыяһың. Яуҙан байтаҡ юғалтыуҙар менән сыҡтыҡ. Һуғышта йәшәй ҙә башламаған йәш егеттәрҙең үлеүе үтә аяныс ине.

Был алышта Алексей Ткачев контузия ала, госпиталдән һуң йәнә полкка кире ҡайта. Белгород эргәһендә һалдаттар һөжүмгә күсә һәм фашистарҙы Днепрға тиклем ҡыуа. Ветеран Днепрҙы кискәнде, Одессаны, Кривой Рогты, Көнбайыш Украинаны азат иткәнде бөгөнгөләй хәтерләй.

Сираттағы “тел”де алғанда уға фашист пуляһы тейә. Аяғына яраланған килеш ул үҙебеҙҙекеләр янына барып етә ала. Ике яҡтан да миномет уты аҫтында шыуыша, ләкин немецты ысҡындырмай. Килеп еткәндә күп ҡан ағыуҙан аңын юғалта.

Өсөнсө ҡабат яраланғандан һуң Алексей Васильевич хәрби-ялан госпиталенә эләгә. Артабан хеҙмәт итергә теләге ҙур булһа ла, уны Өфөгә пехота училищеһына уҡырға ебәрәләр. Уҡыу йортон лейтенант званиеһында тамамлай, Молдавияла миномет взводы командиры булып, аҙаҡ Германияла, шунан 1956 йылға тиклем Брест ҡалаһында рота командиры булып хеҙмәт итә. 60 йыл элек ул Бөрөгә күсеп килә һәм төҙөүсе булып китә. Оҫта төҙөүсе капиталь ремонт менән шөғөлләнә, 165-се һәм 180-се кварталдарҙағы торлаҡ өйҙәрҙе күтәрә.

Дөрөҫөн әйткәндә, Бөйөк Ватан һуғышы ветераны йөҙ йәшен тултырған инде. Үҙ ваҡытында хәрби вузға уҡырға инер өсөн йәшен кәметергә тура килә уға. Шулай булғас, хәҙер ветеранға 102 йәш тула!

— Һуғыш оҙаҡ һәм аяуһыҙ барҙы. Ләкин беҙ барыбыҙ ҙа — тылдағылар ҙа, һуғыштағылар ҙа Еңеүгә ышандыҡ. Ошо ышаныс, өмөт беҙгә ауырлыҡтарҙы еңергә көс бирҙе. Әлеге быуындың да, кәрәк булһа, шулай ҡурҡыу белмәй Ватанды һаҡларға баҫыуына ышанам, — ти фронтовик.

Оло йәштә булыуына ҡарамаҫтан, ветеран әле лә теремек, әүҙем. Һәр иртә һайын зарядка яһай, ҡышын йортта ҡар көрәй, яҙын һәм йәйен баҡса эштәрен башҡара. Һәр ваҡыт биш балаһы, һигеҙ ейән-ейәнсәре, туғыҙ бүлә-бүләсәре эргәһендә. Улар атайҙары, олатайҙары һәм ҡарт олатайҙары менән лайыҡлы рәүештә ғорурлана һәм ветерандың 1-се дәрәжә Бөйөк Ватан һуғышы орденын, “Батырлыҡ өсөн”, “Хәрби хеҙмәттәре өсөн” миҙалдарын ҡәҙерләп һаҡлай.
Ольга Платонова.
Степан Чиглинцев фотоһы.
Читайте нас