Башҡорт теле уҡытыусыһы Гөлсирә Хөрмәт ҡыҙы Мөкимова милли кейемгә арналған бай йөкмәткеле дәрес үткәрҙе. Уҡыусыларға видеопрезентация , сағыу милли кейем, төньяҡ-көнбайыш башҡорт ҡатын-ҡыҙҙарының милли кейем өлгөләре күрһәтелде. Бына ошондай саралар милләтебеҙҙең рухи байлығын тағы арттырыр, күңелдәребеҙҙе күтәрер, халҡыбыҙҙың яҡты киләсәгенә өмөт уятыр, тигән теләктә ҡалабыҙ.