Байҡыбаш ауылында йәшәүсе Әлфирә һәм Әмирйән Әхмәҙиәровтар, Роза һәм Әнғәм Мөхтәбәровтар ғаиләләре, Мәүлиә Нәжметдинова, Вәкилә Ғәлиәскәрова декадниктан файҙаланып, ташламалы хаҡҡа күп төрлө баҫмаларға ла яҙылдылар. Шулар араһында «Йәнтөйәк» район-ара гәзите лә бар.
Улар өсөн почтальон бик яҡын, серҙәш, моң-зарыңды уртаҡлашыусы кеше. Сөнки урындағы элемтә бүлеге хеҙмәткәрзәре Әлфинә Ардаширова, Нәзибә Әхмәтова, Физәлиә Нурмышева игелекле, тыңлаусан, һәр кемдең тормошон белә, уларҙан серҙәре юҡ.
Ауыл халҡы улар менән яҡшы мөнәсәбәттә, ышаналар, көтөп алалар. Гәзит-журналдарға яҙылыу башланһа, улар үҙҙәре почтальондарҙы саҡырып ала һәм яратҡан баҫмаларына квитанция тултырта.
Азат Рәхмәтуллин фотолары.