“Балаларға яҡшы тәрбиә биреү — тормошобоҙҙоң иң мөһим өлкәһе. Беҙҙең балалар — илебеҙҙең буласаҡ граждандары... Улар илһөйәр, телһөйәр булып үҫеп, киләсәктә яҡшы ата-әсә булырға тейеш.
Балаларыбыҙ — беҙҙең ҡартлығыбыҙ, насар тәрбиә биреү — ул беҙҙең буласаҡ ҡайғыларыбыҙ, күҙ йәштәребеҙ, беҙҙең башҡа кешеләр, бөтөн ил алдында ҡылған ғәйебебеҙ”, - тип яҙған А.С.Макаренко.
Патриотизм – ул тыуған йортоңа, ереңә, телеңә, мәҙәниәтеңә һөйөү, илеңдең героик үткәне һәм хәҙергеһе менән ғорурланыу. Һәр бала үҙ иленең патриоты булһын өсөн, уға үҙ ауылын, тыуған ерен яратырға өйрәтергә кәрәк. Был эште ни ҡәҙәр иртәрәк башлаһаң, шул ҡәҙәр яҡшыраҡ. Патриотик аң бәләкәйҙән башланып, ғүмер буйы нығытылырға тейеш.