Беҙҙең районда “Призывниктар көнө”н уҙғарыу матур йолаға әйләнде. Уны район хакимиәтенең йәштәр сәйәсәте һәм физик культура, спорт буйынса бүлеге, Йәштәр үҙәге, район Мәҙәниәт һарайы берлектә ойоштора.
Әле кисә генә мәктәп йәки студент эскәмйәһендә ултырған егеттәр иртәгә “гражданка”ларын хәрби формаға алмаштырасаҡ. Тәүҙә ауыр буласаҡ, әлбиттә, шуға күрә уларға өлкән иптәштәренең өгөт-нәсихәттәре мөһим. Район хәкимиәт башлығы Илгиз Әхүәс улы Субушев һәр призывниктың хәрби бурысын намыҫлы үтәйәсәгенә ышаныс белдерҙе.
Балтас һәм Тәтешле райондары хәрби комиссары Ансар Фазылкарам улы Арсланов шулай уҡ күп кенә йылы һүҙҙәр әйтте. Афған һәм Чечен һуғыштары ветерандар советы рәйесе Рәфис Хәбибрахман улы Закиров егеттәргә хеҙмәт тураһындағы хәтирәләре менән уртаҡлашты. Ә отставкалағы полковник Эдуард Рәфит улы Хәбибрахманов менән сержант, ЮНАРМИЯ штабы начальнигы Ринат Илшат улы Ғайнановтар призывниктарға физик әҙерлектең армияла ғәйәт ҙур роль уйнауы, хеҙмәттәге уңыштың күбеһенсә устав нормаларын үтәүгә бәйле булыуы, армия мөхитендә намыҫ һәм әҙәплелектең мөһимлеге хаҡында һөйләне. Шулай уҡ ата-әсәләр исеменән Лениза Тимерғәзи ҡыҙы Рамазанова, призывниктар исеменән Илдус Федус улы Миңнулов сығыш яһаны.
Район Мәҙәниәт йортоноң “Балҡыш” халык театр коллективы Флорид Бүләков пьесаһы буйынса ҡуйылған “Шайморатов-генерал” спектаклен күрһәтте. Призывниктар өсөн ул ҙур бүләк булды.