Йәнтөйәк
+30 °С
Болотло
Антитеррор
Общие статьи
15 Апрель 2021, 05:00

Беҙ – уларға, улар – беҙгә

Бөгөн Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры Андрей Назаров социаль селтәрҙәрҙә яңы пост һалды. Ул IQ-парк булдырыу һәм ундағы эшләнмәләр темаһына ҡағыла.

“Беҙҙең республикала юғары технологиялар өлкәһендә эшләнмәләр менән ҡыҙыҡһынған талантлы йәштәр күп. Уларҙың башланғыстарына һәр яҡлап ярҙам итергә тырышабыҙ. Төрлө акселерация программалары, белем биреү курстары ойошторабыҙ, бизнесты башлап ебәреү өсөн субсидиялар бирәбеҙ, “Киләсәк фабрикаһы” инновациялы эшмәкәрлек йорто астыҡ. Тик Башҡортостанды был өлкәлә лидер итеү өсөн беҙҙең тырышлыҡ ҡына етмәй.
Шуға күрә беҙ “Сколково” фонды менән Өфөлә IQ-парк булдырыу тураһында һөйләштек. Уны майҙа эшкә ҡушасаҡбыҙ. Бында стартаперҙар, йәш ғалимдар һәм юғары технологиялы компанияларҙы берләштерәсәкбеҙ. Улар өсөн бонустар ғәмәлдә буласаҡ. Беренсенән, һалым ташламалары. Икенсенән, технопаркта ҡатнашыусылар 5 миллиондан 300 миллион һумға тиклемге гранттарға дәғүә итә аласаҡ. Өсөнсөнән, резиденттар күп ҙур корпорацияларға инә аласаҡ. Уларға үҙ технологик ҡарарҙарын тәҡдим итәсәктәр. Дүртенсенән, ҡатнашыусылар менән даими рәүештә остаздар эшләйәсәк.
Үткән айҙа “Сколково” фонды Өфөлә Стартап-тур үткәрҙе. IQ-парк өсөн мөмкин булған резиденттарҙы билдәләнеләр. Улар араһында – стартапер Дим Булатов. Ул булдырған автоматлаштырылған платформа урман янғындары усағын күҙаллай, уның таралыуын моделләй һәм һүндереү юлдарын булдырасаҡ. Тағы бер конкурсант Тимур Хәбибуллин электр тапшырыу линияларының боҙланыуына юл ҡуймай торған система тәҡдим итте. Мин быларҙы миҫал өсөн генә яҙҙым, күренеүенсә, проекттар бик етди.
Әлеге ваҡытта “Сколково”ла технопаркка индереү өсөн ҡарарға 60-тан ашыу ғариза ята. Беҙ “Сколково” ярҙамында тәүҙә уларға ярҙам итәбеҙ, ә аҙаҡ нығынғас, улар республикаға ярҙам итә аласаҡ. Һөҙөмтәле иҡтисад шулай эшләй ҙә”, - тип яҙҙы Андрей Назаров.
Фото: Фейсбук.
Автор: Альфия Мингалиева
Читайте нас